газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
24 Июнь 2019, 10:41

Изгелек ҡояш нурына тиң

Олоһон да, кесеһен дә берләштергән, изгелек юлында булырға әйҙәгән тормош мәғәнәһе ул - иман. Ислам диненә ололар ҙа, йәштәр ҙә ынтылғанда, имандың таралыуына ышаныс ҙур.

Шишәмбе көн ҡалабыҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсетенә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡунаҡтар килде. Күрше ҡаланың 30 хеҙмәт ветеранынан торған делегация дин йорто менән танышты, аралашты. Улар мәсеттәге исем атау, никах уҡыу, намаҙ уҡыу һәм башҡа бик күп бүлмәләр менән танышҡанда һоҡланыуын йәшермәне. Ә инде Рәмил хәҙрәт Насиров мәсет тарафынан башҡарылған эштәр хаҡында һөйләгәс, ысынлап та мәсеттәге дин әһелдәренең изге ниәт, изге ғәмәлдәр юлында булыуына инанды.

- Бөгөнгө кеүек осрашыуҙар бик кәрәктер тип уйлайым. Һеҙҙе хәстәрләп, ошолай экскурсиялар ойоштороусы предприятиеның булыуы бик яҡшы. Беҙҙең ҡала мәсетенә лә ярҙам итеүселәр бар, күреп тороуығыҙса, был ҙур бинаны тотоуға коммуналь хеҙмәттәр әҙҙән түгел. Иманлы етәкселәрҙең хәстәрлеген һәр ваҡыт тоябыҙ. Сөнки улар ҙа халыҡ мәсеткә йөрөп рухи яҡтан нығыныуын, изге ғәмәлдәр ҡылыуға ынтылыуын аңлайҙар. Беҙҙең мәсет Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан дин юлындағы 100 изге ғәмәл тигән проектҡа ҡушылып мәрхәмәтле эштәр башҡара, - тине ҡала мөфтөйө, Рәмил хәҙрәт Насиров.

Ришат Хәйретдинов, Стәрлетамаҡ сода компанияһының хеҙмәт ветераны:

- Беҙ эшләп пенсияға сыҡҡан ойошма үҙенең ветерандарын онотмай. Ошолай экскурсияларға юллай. Бына бөгөн беҙ Салауатта. Ҡала мәсете бик оҡшаны, ҙур, яҡты, мөһәбәт итеп төҙөгәндәр. Алла бирһә, шулай халыҡты дин, хаҡ юлға баҫтырыу эшем дауам итерҙәр, тип ышанғы килә.

Рәмил хәҙрәт Стәрлетамаҡ ҡунаҡтарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Уларға һый-хәрмәт тә күрһәтелде. Өҫтәл артында барған йәнле аралашыуҙа берҙәмлектәге изге эштәр башҡарыу, йәштәрҙе тәрбиәләү һәм башҡа темалар буйынса һөйләштеләр.

Осрашыу һуңында Башҡортостан сода компанияһының корпоратив социаль программалар бюроһы етәксеһе Татьяна Корпенко йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, ошолай конфессия-ара татыулыҡ эштәре алып барыуығыҙ беҙҙә хөрмәт уятты, тине.

Кеше күңелендәге тойғоларҙың иге-сиге юҡ. Шулар араһында иң ҡиммәтле, иң изгеләрҙең береһе – миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек. Ҡалабыҙ мәсете мохтаж-дарға ярҙам итеү, изге ғәмәлдәр ҡылыуҙы үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы итеп алған. Уларҙың инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙыуы тураһын-да әленән-әле хәбәрҙар булып торабыҙ. «Әннәби» йәмиғ мәсете «Бригантина» балалар лагерына ла бүләк яһаны.

Лагерь директоры Ольга Әминова әйтеүенсә, әлеге ваҡытта лагерҙа 90 бала ял итә, тағы ла 70 уҡыусы килергә тейеш. Улар балалар өсөн йылдан-йыл яҡшыраҡ шарттар булдырырға тырыша: спорт менән шөғөлләнеү өсөн яңы йыһаздар эшләнә, йоҡлау, ашау бүлмәләрендә уңайлыҡтар булдырыла. Балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы итеү өсөн көн дә төрлө саралар ойошторола. Бигерәк тә быйыл геология түңәрәгендә шөғөлләнеү уҡыусыларҙа тәбиғәтте өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Балаларҙы төрлөләндереп һәм тәмле итеп ашатыуға ла ҙур иғтибар бүленә. 1-се гимназия уҡыусылары Камилла һәм Равина лагерҙа ике аҙнаға яҡын ял итә. Бик оҡшай, бында күңелле, яңы дуҫтар таптыҡ, тәрбиәселәр ҙә һәйбәт, тиҙәр улар.

- Һеҙ әлеге ваҡытта иң матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан лагерҙа ял итәһегеҙ. Бында һеҙгә күңелле һәм уңайлы булһын барлыҡ шарттар бар. Ялығыҙҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн, «Әннәби» йәмиғ мәсетенең мөфтөйө, Рәмил хәҙрәт Насиров бүләктәр ебәрҙе, - тине Салауат ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина.

Мәсет имам-хатибы балаларҙы белемгә ынтылырға, тәүфиҡлы, изгелекле балалар булып үҫергә саҡырҙы.

Ҡалабыҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсете исеменән «Бригантина» балалар лагерына туптар, ракеткалар, футболкалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәре бүләк ителде. Балалар бүләктәрҙе күреп, ҡыуанысын йәшермәне, ҡул сабып, ихласлап рәхмәт әйтте.


Читайте нас: