Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
7 Июнь 2019, 11:36

Күңел түрендә иман нуры бар

Ураҙа байрамы – мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе. Был мөбәрәк байрамды еребеҙҙең күпселек өлөшөндә билдәләйҙәр. Ышанабыҙ, беҙҙең илебеҙ, шул иҫәптә беҙҙең ҡала мосолмандары ла изге Рамаҙан айында яҡты уй-теләктәр менән янып, изге эштәр генә ҡылғандыр.

Ислам динен тотоусылар өсөн Рамаҙан - иманды нығытыу, рухи юғарылыҡҡа ынтылыу айы. Ул барыһын да тәрбиәләй, сабырлыҡҡа, изгелеккә өйрәтә. Изге Ураҙа байрамы көндәрендә лә мосолмандар күберәк сауаплы эштәр ҡылып ҡалырға, хәйер-саҙаҡа таратырға, асыуланышҡан кешеләр менән ярашырға, игелекле ғәмәлдәр эшләргә ынтыла.

Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә, ә ул быйыл 4 июнгә тура килде, республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы ойошторолдо. Ҡала-быҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсетенә мосолмандар был көндө күңел талабы буйынса йыйылды. Берәүҙәр ғәзиз ата-әсәһенең, яҡын кешеләренең рухына хәйер-саҙаҡалар биреп, уларҙы иҫкә алһа, икенселәр иһә дини йолаларҙы үтәү ниәтенән байрам намаҙына килде.

Был көндө ҡалабыҙҙың төп дини үҙәгендә салауаттар өсөн вәғәздәр һигеҙ телдә яңғыраны: башҡорт, татар, рус, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, төрөк һәм ғәрәп телдәрендә. Хәҙрәттәр ислам нигеҙҙәрен, динебеҙҙең тормош-көнкү-рештәге әһәмиәтен йәнә бер ҡабат хәтергә төшөрҙө, борон-борондан килгән рухи ҡиммәтебеҙҙән ситкә тайпылмаҫҡа әйҙәне, мох-таждарҙы, сирлеләрҙе ярҙам-дан айырмау, һәр йәһәт-тән татыулыҡҡа ынтылыу мөһимлеген һөйләне.

Намаҙҙан һуң балалар өсөн байрам ойошторолдо. Улар төрлө һорауҙарға яуап биреп, үҙҙәренең ислам дине буйынса белемдәрен күрһәтте. Һуңынан уларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырылды.

Мәсеттә уҙған Ураҙа байрамында мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар иҫәбендә - БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов, ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, уның урын-баҫары Вил Ғабдрахманов, төрлө ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре. Улар мөьмин мосолмандарҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

- Ураҙа айы - ул ашауҙан ғына тыйылып тороу түгел, күңелдәренең дә таҙарыныу ваҡыты. Ул был осорҙа дөрөҫ йәшәйемме икән, тип уйлана, булған хаталарын төҙәтеү мөмкинлеге ала. Ислам - кешеләрҙе берләштереүсе дин ул. Рәмил хәҙрәт бөйөк байрамда ҡала мосолмандарын ошолай мәсеткә йыйып изге эш башҡара, - тине Ҡоролтай депутаты Салауат Фәттәх улы.

Ураҙа байрамының бөтә ислам динен тотоусыларҙы берләштереүсе байрам икәнен “Әннәби” йәмиғ мәсете мөфтөйө, Рәмил хәҙрәт Насиров та билдәләп үтте.

- Рамаҙан айы бик күп изге эштәрҙе үҙ эсенә ала. Ундағы барлыҡ талаптарҙы үтәһә, һәр бер мосолман гонаһһыҙ сабый кеүек таҙа буласаҡ. Донъяла 2 млрд мосолман Ураҙа байрамын билдәләй. Һәм беҙ ҙә улар иҫәбендә булыуыбыҙға, йылдан-йыл мәсеткә килеүселәр генә түгел, изге Рамаҙан айының мәғәнәһенә төшөнөп, ураҙалар тотоп, намаҙҙар ҡылыусылар һаны артыуына ла ҡыуанабыҙ. Был айҙа барыһының да күңеле иманға тула, улар изге ниәттә, ғәмәлдәрҙә бер-береһенә яҡынлаша, бигерәк тә балалар ололарҙан үрнәк алып, ислам диненә ынтыла башлай, - тине ул.

Шулай уҡ хәҙрәт «Әннәби» йәмиғ мәсетенең 30 йыллығы уңайынан башҡарылған эштәр тураһында ла һөйләп китте. Бинаның эске һәм тышҡы йөҙөн матурлауҙан тыш, мәсеттә 3 меңдән ашыу кеше дин ғилемен өйрәнгән, хәҙрәттәр һаны ла ике тиҫтәнән ете тиҫтәгә тиклем артҡан.

Шулай уҡ был көндө Үҙәк Диниә назаратының наградалары, дипломдары, Маҡтау грамоталары, шул иҫәптә хакимиәт башлығы Динар Хәлиловҡа «Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» миҙалы тапшырылды. Байрамдағыса ҡунаҡтарға һый-хөрмәт күрһәтелде.

Рамаҙан айы үтһә лә, ошо айҙа булған ниәттәребеҙ, күркәм уйҙарыбыҙ, ихласлыҡ, күңел матурлығы һаҡланып ҡалһа ине. Иманлы булып, изге ғәмәлдәр генә ҡылып, бер-беребеҙгә итәғәтле, кешелекле булып ғүмер итеүҙәргә ни етә!


Читайте нас: