Дини йорттарҙы төҙөү - тиҙ арала башҡарылған эш түгел. Элек-электән халыҡ берҙәм йыйылышып, ҡулдан килгәнсә мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәгән, динде хатта илдә атеизм көслө заманда ла күңелдәрендә һаҡлап килгән.
Бөгөн «Әннәби» мәсете яңы үҙгәрештәр кисерә: уның тирә-яғы кәртәләнгән, газон үләне ултыртылған, тротуар плитка һалынған, бар уңайлыҡтар булдырылған. Бина ла заманса материалдар менән йыһазландырылған, биҙәлгән, ҙурайтылған. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн айырым намаҙ уҡыу бүлмәләре бар. Бихисап шәкерттәр дини белем алып, халыҡ араһында ислам динен таратыуҙы хуш күрә. Дини йортҡа ҡала халҡы ғына түгел, күрше ауыл-ҡалаларҙан, республикаларҙан һәм өлкәләрҙән мосолман ҡәрҙәштәр ҙә килә.
Мәсеттең нисек асылы-уы һәм ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында Рәсәй үҙәк диниә назаратының баш мөфтөй ярҙамсыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров һөйләй:
- Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан аҡһаҡалдар йыйы-лышып, Салауатта мәсет төҙөү өсөн баш ҡалаға Дин эштәре буйынса советҡа юллана. Өфө ризалыҡ биргәс, документтар һәм мәсет өсөн урын әҙерләү эше башлана. 1989 йылда беҙгә шул документтарҙы дөрөҫ итеп эшләргә тура килде. Дини йортто төҙөргә тип 4 урын биргәйнеләр. Әлеге мәсет урыны янында ҙур мәҙәни үҙәк булырға тейеш ине. Шуға ла ошо ерҙә яңы иман йортон һалырға булдыҡ. 1989 йылда документация һәм проект эштәре башланды. Проектты Санкт-Петербург институтына бирҙек. Мәсет төҙөләсәк урында ағас киҫеүҙе, тамырҙарын алып сығарыуҙы үҙ ҡулдарым менән башҡарҙым. Иман йортоноң нигеҙе 1992 йылдың 17 июнендә һалынды. Ә 2002 йылда инде тәүге намаҙ уҡылды. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ мәсетебеҙ хәҙер күҙҙең яуын алып тора.
Ураҙа айына тура килгәс, юбилейҙы ябай ғына ҡаршыларға булдыҡ. Был уңайҙан мәсет тирәләй 3 метрлыҡ 116 ҡойма, 6 метрлыҡ 3 ҡапҡа ялтырап торған йәшел төҫкә буяла. Уны шәкерттәр башҡара, барлығы 80 банка буяу алынды. Бынан тыш, 58 дана урам лампаһы быға тиклем тик аҡ төҫтә генә янһа, хәҙер йәшел, ҡыҙыл һәм көрән күк төҫтә балҡып тора. Шулай уҡ яңы стандарт буйынса мәсеттең алтаҡтаһы ла үҙгәрҙе, ул да эре хәрефтәр менән төнөн йәшел төҫтә яна. Әгәр ҙә мәсеттәрҙең көмбәҙенең айҙары алтындан ҡуялар икән, ул ҡиәмәт көнөнөң яҡынлашыуының бер билдәһе тип һанала. Ҡиәмәт көнөнөң килеп етеүен теләмәү арҡаһында, беҙ уны Рамаҙан айында башҡа төҫкә алыштырып ҡуясаҡбыҙ. Шары йәшел төҫтә, айҙары һарғылт төҫтә яна. 49 метр бейеклектәге манараны алыштыра алмайбыҙ, сөнки 100 метрлыҡ бейеклеккә күтәреүсе автокран кәрәк. Улар хәҙер юҡ. Манара янып торһон өсөн уны 8 прожектор яҡтыртып тора.
Һәр бер имамға махсус сапандар тектерҙек. Беҙҙең мәсеттә барлығы 70 кеше эшләй. 18 майға тиклем уларға «Шәфҡәтлелек һәм мәрхәмәтлек», «Ватанға хеҙмәт өсөн» миҙалдары тапшырылып бөтәсәк. Ошо көндәрҙә имам-мөхтәсиб Марат хәҙрәт Ишбаев «Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл» миҙалы менән бүләкләнде. Дин йортонда быға тиклем берешәр имам дежур итһә, хәҙер - икешәр. Рамаҙан айына дини календарҙар сығарабыҙ, йыл да ул 500-гә арта. Тағы ла ҙур үҙгәреш - быға тиклем Салауат ҡалаһының Диниә назараты тип аталһа, 19 апрелдән ул Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты ҡарамағында. Бының менән беҙҙең мөмкинлектәр ҙә артты. Әйтергә кәрәк, был статусҡа республикала 3 мәсет лайыҡ: баш ҡалалағы Туҡай, Ләлә- Тюльпан һәм беҙҙең «Әннәби» йәмиғ мәсете. Беҙҙе юғары баһалаған өсөн Бөтә Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, мөфтөй, шәйхелИслам Тәлғәт Тажетдин хәҙрәттәренә рәхмәтебеҙҙе һәм изге доғаларыбыҙҙы белдерәбеҙ, - ти мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров.
Күҙҙең яуын алып торған «Әннәби» йәмиғ мәсете оҙаҡ йылдар буйы кешегә хеҙмәт итһен, кеше ағымы өҙөлмәһен.