Акция төбәктең дин тарма-ғында вәкилдәренең үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу идеяһын үҙ эсенә ала. «Әннәби» йәмиғ мәсете быға тиклем дә бер нисә район, ауыл мәсеттәрендә булып, дуҫлыҡ ептәрен нығытып ҡайтҡайны. Был юлы Салауат дин йортоноң бер нисә хәҙрәтенән торған делегация Бәләбәй ҡалаһында булды. Маршрутыбыҙҙың тәүге туҡталышы - Бәләбәйҙең тарихи мәсете. Был дин йортоноң тарихи тип аталыуы юҡҡа түгел. Ул иң боронғо мәсеттәрҙең береһе. 1905 йылда һалынып өс тапҡыр тергеҙелеп, бөгөнгө көндә Бәләбәй мосолмандарын ислам диненә йәлеп итеү, өйрәтеү йүнәлешендә тулы ҡеүәтенә эшләп килә. Алла йорто беҙҙе айырым бер йылы, ябай мөхите менән ҡаршы алып, күңелдәребеҙҙе сафландырып ебәрҙе. Илдар хәҙрәт Ғәлиев ҡунаҡтарҙы мәсеттең һәр урыны, уның тарихы менән ентекләп таныштырҙы.
- Бөгөнгө көндә Бәләбәйҙә өс мәсет эшләп килә. Беҙҙә бөтә дини йолалар башҡарыла: йома намаҙҙары уҙғарыла, балаларға исем ҡуштыралар, никахтар уҡыталар. Мосолмандар дин нигеҙҙәрен өйрәнергә килә, улар араһында ололар ҙа, балалар ҙа бар. Аллаға шөкөр, кешеләр дингә ҡайта. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ төҙөгән, 114 йыл тарихы булған мәсет кешеләрҙе үҙенә тарта, бында мосолмандар йән тыныслығы таба. Уның һәр бер ере уйланылып эшләнелгән: ир-аттар өсөн айырым, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым бүлмәләр булдырылған, беҙҙә дини белем алыу өсөн синыф, ифтар, Ҡөрьән аштары уҙғарыу өсөн аш бүлмәһе лә бар. Бина 100 йыл элек һалынған булһа ла, уның нигеҙе лә, бүрәнәләре лә ныҡ әле. Мәсетебеҙгә халыҡ ихлас йөрөй, йомала, Ҡорбан, Ураҙа байрамдарына мәсетте тул-тырып киләләр, - ти имам-хатиб.
Хәҙрәт әйтеүенсә, мосол-мандарҙан йыйылған фытыр-саҙаҡа иҫәбенә, улар 1893 йылда төҙөлгән мәҙрәсәне лә тергеҙә. Шулай итеп, Бәләбәй ҡалаһында дин эшмәкәрлеге киңәйтелә, йәйелдерелә.
- Быйыл республиканың 100 йыллығы билдәләнә. Башҡортостандың һәр кешеһе 100 изге эш башҡарырға тейеш, сөнки беҙ ошонда йәшәйбеҙ, ошо ерҙән атлап йөрөйбөҙ, уның тәмле икмәген ашайбыҙ. Әгәр республика беҙҙе туйындыра икән, беҙ ҙә изге ғәмәлдәр ҡылып яуап бирергә тейешбеҙ. Иманлылар, аҡһаҡалдарҙың ниндәй шәфҡәтле эштәр башҡарыуын йәш быуындың күреүе, белеүе мөһим. Беҙ быға тиклем Күмертауҙа, Федоровкала, Ергәндә, Нөгөштә, Ишембайҙа булдыҡ. Бөгөн бына Бәләбәй ҡалаһындабыҙ. Тарихи мәсеттә булыу тулҡынландырғыс, сөнки уны борон ата-бабаларыбыҙ һалған. Был уларҙың ҡалдырған яҡшы эше. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларҙың изге эшен киләсәк быуындарға еткерергә бурыс-лыбыҙ. Ошо ниәттән дә ҡорола беҙҙең сәфәрҙәребеҙ. Шулай уҡ диндәштәребеҙ менән танышабыҙ, изге эштәребеҙ, тәжрибәләребеҙ менән дә уртаҡлашабыҙ. Салауат ҡалаһы мәсете, уның эшмәкәрлеген йәйелдереү өсөн күп эшләнә бит. Тышҡы йөҙө менән дә, рухи байлығы менән дә халыҡты йәлеп итергә тейеш, шул саҡта иманыбыҙ ҙа нығыныр. Беҙ бындай осрашыуҙарҙы көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә күтәрәбеҙ, мәҫәлән, ни өсөн хәҙрәттәргә хеҙмәт хаҡы түләнмәй, комму-наль хеҙмәттәргә аҡса бүлен-мәй, хәҙрәттәрҙең эше дәүләт кимәлендә билдәләнмәй. Эше-беҙ дингә хеҙмәт итеү булһа ла, яҡты донъяла ла имамдарҙың хеҙмәте баһаланырға тейештер, - тине Салауат ҡалаһының «Әннәби» йәмиғ мәсете мөф-төйө, Рәмил хәҙрәт Насиров.
Уның әйтеүенсә, ҡалабыҙ хәҙрәттәренә Бәләбәй имам-дары менән аралашыу бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булған.
«Әннәби» йәмиғ мәсетенән Фәнил хәҙрәт Кинйәбулатов, имам-хатиб үҙенең тәьҫорат-тары менән бүлешеп:
- Башҡортостандағы иң боронғо мәсеттәрҙең береһен-дә булыу беҙҙең өсөн иҫтә-лекле, - тине. - Был мәсеттең хәҙрәттәренә йылы итеп ҡаршы алып, ҡабул итеүҙәренә, ә инде үҙебеҙҙең Рәмил хәҙрәт Насировҡа ошо сәфәрҙе ойош-торғаны өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ шундай йылы мөхиттә аралаштыҡ, тик ыңғай тәьҫораттар менән ҡайтып китәбеҙ. Беҙ үҙҙәрен дә Салауат ҡалаһына саҡырҙыҡ.
Был көндө Бәләбәй ҡала-һында «Аҡ ҡалфаҡ» татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһының «Мин ҡатын-ҡыҙ» тип аталған төбәк-ара күсмә ултырышы ла үтте. Унда Салауат ҡалаһынан ошо ойошманың етәксеһе Фәнзилә Тибеева һәм ойошма ағзалары ҡатнашты. Ултырышта «Әннәби» йәмиғ мәсете мөфтөйө, Волга буйы округында РФ Баш мөфтөйөнөң ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров татар милләтенә күрһәткән оло хеҙмәте өсөн «Бөтөн донъя конгресы» халыҡ-ара берлеге миҙалы менән бүләкләнде.
- Беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе күреп, ошондай юғары бүләк тапшы-рыуҙары өсөн рәхмәт әйтәм, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров һәм ултырышта ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға миһырбанлы, тәүфиҡлы, шәфҡәтле булыуҙа-рын, балаларының изгелек-тәрен күреп йәшәүҙәрен теләне.
Был саранан һуң юлыбыҙ Бәләбәйҙең яңы мәсетенә лә төштө. Унда беҙҙең ҡала вәкил-дәре хәҙрәт менән аралашып, намаҙҙар уҡып, хушлашты.