Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
7 Март 2019, 10:45

Күтәрелгән мәсьәләләр хәл ителерме?

Ҡалабыҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсетендә ике көн буйы дин әһелдәре төрлө ойошма, учреждение вәкилдәре менән бергә сетерекле мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Унда төп ҡунаҡтарҙың береһе - Мәскәүҙән килгән РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Думаның халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы, «Ғәҙел Рәсәй» сәйәси партия фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Гаджимурад Омаров та бар ине.

Гаджимурат Заирбек улы Башкортостан Республикаһы исеменән һайланған депутат. Быға тиклем беҙҙең гүзәл республика ҡала-ауылдарында булғаны бар, ә Салауатта ул тәүге тапҡыр. Депутат ҡалабыҙҙың төрлө урындарына сәйәхәт ҡылған, «Әннәби» йәмиғ мәсете айырыуса һоҡланыу уятҡан. Ике көн барған эшлекле осрашыуҙа Гаджимурат Омаров йәмәғәт ойошмалары ағзалары, күрше тирә-яҡ ауыл-ҡалаларҙан килгән имамдар менән аралашты, уларҙың һорауҙарын тыңланы.

Дин әһелдәрен ни өсөн эш хаҡы түләнмәүе, имамдар өсөн түбән хаҡҡа ипотека булдырыу, мәсет һалдырыу кеүек һорауҙар борсой. Мәктәп, балалар баҡсаһы, сәйәси-социаль проблемалар, конфессия-ара бәйләнештәр ҙә көн үҙәгендә ҡаралды. Салауат ҡалаһының мәғлүмәт үҙәге директоры Сибәғәт Рахманғолов милли матбуғатты һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен күтәрҙе. Үҙҙәренең аһ-зарын һөйләргә килгәндәрҙең барыһы ла тиерлек Дәүләт Думаһы депутатынан асыҡлыҡ көтә ине.

- Мин динем буйынса - мосолман. Ҡайҙа ғына булһам да, мәсеттәргә кермәй ҡалғаным юҡ. «Әннәби» йәмиғ мәсетенең күркәмлеге миңә оҡшаны. Мине «Олимпсы» спорт комплексының республика спартакиадаһы сиктәрендә үткән ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол ярышына ла саҡырҙылар. Дәүләт ярҙамынан тыш шәхси комплекстың шундай үҫеш алыуы миндә һоҡланыу тойғоһо уятты. Йәш быуынға сәләмәт тормош алып барыу һәм спорт менән дуҫ булыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Кадет мәктәбен дә күрҙем. Бында, ысынлап та, бәләкәйҙән үк балаларҙы патриотизм рухында тәрбиәләйҙәр. Проблемалар күп, халыҡты тыңланым, хәлемдән килгәнсә барыһына ла ярҙам итәсәкмен, - тине Гаджимурад Заирбек улы.

Сара аҙағында мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров Гаджимурат Омаровҡа ҙур рәхмәтен белдереп, тағы ла осрашыу теләген белдерҙе.


Читайте нас: