газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
1 Февраль 2019, 11:10

Ҡылған доғалар йышыраҡ ҡабул ителә торған ваҡыттар

* Аҙан менән ҡамәт араһында. * Сәфәр мәлендә. * Ауырыу хәлдә. * Ямғыр яуған ваҡытта. * Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғ-бәтулла күҙгә салынғанда. * Ҡәғбәтулланың ҡара ташы алдында. * Ғәрәфәт тауында. * Дини ваҡиға һәм байрам көндәрендә. * Дини байрам көндәрендә. * Ҡөрьән сүрәләрен бағышлаған ваҡытта. * Йома төндәрендә. * Рәжәб айының беренсе төнөндә. * Рамаҙан айында. * Ураҙа тотҡанда.

АШ ДОҒАҺЫ

Ашты «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип башларға, ашап туйғас, биргән ниғмәттәре өсөн Аллаһҡа шөкөрана итергә кәрәк. Ашау-эсеү доғалары Аллаһҡа шөкөр, рәхмәт һәм ризалыҡты белдерергә тейеш:

Әлхәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәни үә сәҡани үә жәғәләни минәл-мүслимин. Аллаһүммә бәрик ләнә фиһи үә әтғимнә хайран минһү. Аллаһүммә әтғимнә ризҡан хәләлән үә әнтә хайрур-разиҡин. Аллаһүммә нәүүир ҡулүбәнә үәр-хәмнә үәр-ҙа ғәннә. Үә әғтинә тәмәмә ниғмәтикә үә дәүәмә ниғмәтикә үә тәмәмә тәүфиҡиҡ.

Бихүрмәти нәбиййик. Үәл-хәмдү, лил-ләһи раббил-ғәләмин.

* Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр булһа, табынға уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ.

* Күп итеп алмағыҙ, ашыҡмағыҙ, яҡшы сәйнәгеҙ. Ҡомһоҙ булмағыҙ, күп ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ.

* Фекерегеҙҙе гел ашау өсөн сарыф итмәгеҙ. Һөйләшеп ашаған аш еңел һеңһен өсөн, ҡысҡырышмай, һүҙ көрәштермәй, әҙәпле генә һөйләшегеҙ.

* Ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Ваҡыты етеп тә, ашарға теләгегеҙ булмаһа, көсләп ашамағыҙ.

* Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла аш алдында һис кемде шелтәләмәгеҙ, берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ.

* Аштан һуң ҡулдарығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ.


Читайте нас: