Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
23 Ноябрь 2018, 11:00

Иман барҙа өмөт һүрелмәҫ

Мәләүез районы Ергән ауылының мәҙәниәт һарайында «Ислам һәм христиан дине» темаһына ҙур сара үтте. Унда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты составындағы Салауат ҡалаһы мосолмандарының дини идаралығы һәм Башҡортостан рус христиан сиркәүе митрополияһының Салауат Епархияһы ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп Ергән ауылы башлығы Раил Әбделғәниев форумдың эшендә уңыштар теләне. «Әннәби» йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров, Салауат һәм Кумертау епископы Николай үҙҙәренең сығыштарында йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, ауыр хәлдәрҙә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, экстремизмға, терроризмға юл ҡуймау темаларына айырым туҡталды.

- Бөгөн был сара яҡынса Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөнә тап килде. Мосолман донъяһында Рәбиғел әүүәл айы бара. Христиандарҙа Михаил Архангель көнө билдәләнә. Иман барҙа-әхлаҡ бар. Ике дини конфессия бер юлда барырға тейеш. Беҙҙең уртаҡ маҡсат - халыҡтың иманлығын арттырыу, ваххабизмға юл ҡуймау, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров.

Һуңынан уның кәңәшсеһе Мохамәт хәҙрәт Әльҡиәми ваххабизмдың килеп сығыу тарихын һөйләп, уны иҫкәртеүҙең әһәмиәтен билдәләп китте. Форумда Ергән ауылы мәсетенә имам итеп Ирек хәҙрәт һайланды. Әйтергә кәрәк, Ергән ауылында ике мәсет эшләп килә. Шәриғәт ҡанундарына ярашлы, йома һәм ғәйет намаҙҙары тик үҙәк мәсеттә генә үтәсәк.

Форумда шулай уҡ ике дини конфессияла әүҙемлек күрһәткән ирекмәндәр Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Сара аҙағында «Йондоҙҙар» үҙешмәкәр ансамбле һәм «Аҡ ҡалфаҡ» татар йәмәғәт ойошмаһы башҡорт, татар һәм рус телдәрендә йырҙар башҡарҙы.


Читайте нас: