газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
7 Ноябрь 2018, 12:57

Ислам тик тыныслыҡ яҡлы

Ошо көндәрҙә Өфөлә “XХI быуаттың мәғрифәти киңлегендә Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” тип аталған XI Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сара Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты барлыҡҡа килеүгә 230 йыл тулыуға арналды.

Конференцияла Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығындағы дини ойошмалар менән бәйләнеш буйынса департамент начальнигы урынбаҫары Алмаз Фәйзуллин, Төркиәнең Истамбул ҡалаһы мөфтөйө Хәсән Камил Йылмаз, Иордания, Мысыр илдәре вәкилдәре, республиканың төрлө конфессия һәм дин әһелдәре булған. Унда республиканың төрлө ҡала-райондарының дин вәкилдәре менән берлектә Салауат делегацияһы ла ҡатнашты. Үрге Юлдаш ауылындағы «Ассухба» мәсетенең имам-хатибы Эдурад Байсурин мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назаратының 230 йыллығы илебеҙҙең ижтимағи-рухи тормошонда әһәмиәтле ваҡиға булыуын билдәләп, үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште.

- Конференцияла «Әннәби» йәмиғ мәсетенең мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров етәкселегендә көньяҡ район-ҡала имамдары ла булды. Беҙ был саранан бик күп мәғлүмәт, фәһем һәм ҙур тәжрибә туплап ҡайттыҡ. «Рәсәй тотош донъяға төрлө конфессия вәкилдәренең татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәү өлгөһөн күрһәтте. Ике быуаттан ашыу тарихҡа эйә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты илебеҙҙең 22 төбәгендәге диниә назараттарын, ике меңдән ашыу дини ойошманы берләштерә», - тине үҙенең сығышында Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәрен Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да хупланы. Ислам динен донъяуи кимәлгә таратыу тураһында сығыш яһаусылар күп булды. Рәсәй ислам университетында 850 шәкерт уҡый. Дин юлынан барыу өсөн имамдарҙы күберәк уҡытыу, иң мөһиме йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн күп көс талап ителеүе лә әйтелде, - ти имам-хатиб Эдурад Байсурин.


Читайте нас: