Беҙҙең заманда, кеше-ләрҙең күңеле рухи байлыҡҡа һыуһағанда, был сәйәхәтебеҙ ҙур әһәмиәткә эйә, тип уйлайбыҙ. Мәсеттең имамы Мөхәммәт хәҙрәт балаларҙы бик йылы итеп ҡаршы алды. Ошондай изге, аҡыллы, яғымлы кешеләрҙең булыуынан күңелгә йылы булып китте.
Һуңынан балалар иман йортона барыуҙан алған тәьҫо-раттары менән ихлас бүлеште.
- Мәсеттә бөтәһе лә йыйнаҡ һәм шул уҡ ваҡытта матур, бигерәк тә люстра шундай ҙур һәм зауыҡлы.
- Беҙҙе тәмле итеп һыйланылар, мәсет бик оҡшаны.
- Мосолмандарҙың тради-циялары, Ҡөрьән ҡағиҙәлә-ре менән танышыу бик тә ҡыҙыҡлы булды. Беҙгә намаҙ уҡыу, исем ҡушыу, никах уҡыу, конференциялар залдарын, уҡыу кластарын, музей бүлмәһен күрһәттеләр.
Мәсет бик матур бина булып сыҡты. Унда яҡты һәм тыныс. Изге урында уҙғарылған ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Балалар үҙҙәре өсөн бик фәһемле һәм ҡыҙыҡ нимәләр белде. “Ән-нәби” мәсетендә хеҙмәт итеүселәр, ҙур рәхмәт һеҙгә, изгелек һәм именлек теләп ҡалабыҙ.