Ошо көндәрҙә «Әннәби» йәмиғ мәсетенең кәңәшмәләр залында ҡала хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йола башҡарыу хеҙмәттәре, имамдар осрашты.
- Яҙ айҙарында мосолмандарҙың кәүҙәһен һаҡлау бинаһы рәсми рәүештә асылғайны. Ул тулыһынса ремонтланды. Әле унда кешене шәриғәт закондарына ярашлы һуңғы юлға оҙатыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған. Кеше әхирәткә киткәс, уны ерләү өсөн туғандарын бер нисә көн көткән ваҡыттар ҙа була. Ике-өс тәүлек мәйетте фатирҙа тотоу мөмкин түгел. Ә бында иһә туғыҙ урынлыҡ һыуытҡыста кәүҙәне һаҡлап була. Намаҙ уҡыу һәм мәйет янында ултырыу өсөн махсус бүлмә бар. Йыуындырыу, кәфенлеккә урау, йыназа уҡыу тәләүһеҙ башҡарыла. Әгәр ҙә тышта һалҡын, ямғыр һәм буран икән кешене оҙатыу залы бар, - ти «Әннәби» йәмиғ мәсетенең мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров.
БР буйынса ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығының Салауат ҡалаһы һәм Ишембай районы бүлеге начальнигы Рәзилә Баһауитдинова мосолмандарҙың кәүҙәһен һаҡлау бинаһының ҡала халҡы өсөн кәрәклеге хаҡында әйтеп үтте. Уның санитар талаптарҙы иҫәпкә алып эшләүен билдәләне.
- Кеше ниндәй генә ауырыуҙарҙан үлмәй. Асыҡланмаған сирҙәр ҙә булыуы мөмкин. Шуға ла мәйетте өйҙә һаҡлау һәм йыуыу кәңәш ителмәй. Ә махсус бина барҙа, мосолмандар бында килергә тейештер, тип уйлайым, - тине Рәзилә Ғәлим ҡыҙы.
Кәңәшмәлә ҡаланың йола башҡарыу хеҙмәттәре менән аңлашып, бергә эшләү тураһында ла һүҙ алып барылды. Әммә мосолман мәйетханаһы менән хеҙмәттәшлеккә әле бары тик «Рай» салоны ғына ҡушылған.
Рәмил хәҙрәт зыяратта айырым ер бүлеп биреп, уны таҙалыҡта тотоп, башҡаларға ла үрнәк күрһәтеү тураһында әйтеп үтте:
- Унда сүп-сар күп, өмәләр ойошторорға кәрәк. Беҙ бер нисә төрлө ҡәбер ташы эшләп ҡарайбыҙ. Ташта баҡыйҙағы кешенең фамилияһы, үҙенең һәм атаһының исеме, үлгән йылы ғына яҙыласаҡ. Ә тыуған көнө һәм йылы булмаясаҡ. Был кешеләр уны был донъянан иртә китте тип йәлләмәһендәр өсөн эшләнә. Уның тик тыныс йоҡлауы өсөн Ҡөрьән уҡыу ҙа етә.
Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Лариса Шипанова үрҙә әйтелгәндәргә ҡушылып, теманың актуаллеген билдәләп үтте. Шулай уҡ ул экстремизм, терроризм булдырмау, конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн ыңғай эш алып барған мәсет етәкселегенә һәм имамдарға рәхмәт һүҙен еткерҙе.