газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
24 Август 2018, 11:17

Иң ҙур байрам - Ҡорбан ғәйете

Ҡалабыҙҙың «Әннәби» йәмиғ мәсетендә иртә менән Ҡорбан ғәйетенең асылы, әһәмиәте хаҡында ете телдә вәғәздәр һөйләнелде, донъя именлеге, халыҡтар берлеге өсөн доғалар ҡылынды. Унан һуң йыйылыусылар бергә ғәйет намаҙын уҡыны.

Изге урындарға хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлатҡан был байрам тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә, тыныслыҡты, ниәттәрҙең сафлығын, яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлекте кәүҙәләндерә, рухи камиллашыу һәм изге ғәмәлдәр ҡылыу мәле.

Көнө лә был мөбәрәк байрамды хуплағандай, аяҙ ине. Иман йортона килеүселәр араһында ололар менән бер рәттән балаларҙың булыуы динде үҙ иткән иманлы йәш быуындың үҫеп килеүенә ишара.

Ғәйет намаҙынан һуң мәсеттә балалар өсөн дини темаға төрлө, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Отҡорҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иман йорто янында, ғәҙәттәгесә, сабыйҙарға батуттар ҡуйылды. Кескәйҙәр өсөн быйыл мауыҡтырғыс, ислам дине тураһында китаптар ҙа һатылды. Был көндө ҡорбандар салынды. Телде йоторлоҡ тәмле былауҙан һәр кем ауыҙ итергә ашыҡты. Тағы шуны әйтергә кәрәк, һәр йома мәсеткә килгән кешеләргә былау ауыҙ иттереләсәк.

Байрамдың тантаналы өлөшөндә «Әннәби» йәмиғ мәсетенең мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин исеменән төрлө ойошма вәкилдәренә, Афған һуғышында ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары, миҙалдар тапшырҙы.

Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләргә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Александр Зуев һәм Талип Кәлимуллин да килгәйне. Александр Георгиевич Рәмил хәҙрәткә изге эшендә фиҙаҡәрлеге өсөн «Салауаттың 70 йыллығы» тип яҙылған сәғәт тапшырҙы һәм ҡала хакимиәте башлығы исеменән Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Ҡорбан байрамы көнөндә бар мосолмандарҙың күңеле дуҫлыҡ, туғанлыҡ, һөйөү, хөрмәт, бер-береңә ярҙам итеү һәм шәфҡәт хистәре менән тула. Ул көндө асыу һәм нәфрәт юҡҡа сыға, дошманлыҡ һәм үпкә хистәре бөтә. Ата-әсәләр һәм балалар, туғандар һәм дуҫ-иштәр, күршеләр һәм хеҙмәттәштәр - һәммәһе лә бер-береһен изге байрам менән ҡотлай, хәйер-саҙаҡа тапшыра. Шуға ла көн оҙоно мәсет ишеге асыҡ торҙо, халыҡ унан өҙөлмәне.


Читайте нас: