Тантаналы сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, уның ярҙамсыһы, Салауат ҡалаһының “Әннәби” йәмиғ мәсетенең мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров ҡатнашты. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ғилми советы ағзаһы, “Ишан Зәйнулла Рәсүлев” мосолман дини ойошмаһы имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт Әхмәров вәғәз уҡыны. Ҡотлауҙарға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Таһир Ғиззәтуллин менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Сәйфетдинов та ҡушылды. Морат хәҙрәт Ишбаев район хакимиәте, Нөгөш ауыл биләмәһе етәкселәренә, ауыл халҡына һәм мәсет төҙөүҙә ярҙам иткән һәр кешегә рәхмәттәрен әйтте.
Иманлы ерҙән бәрәкәт китмәҫ, тигән боронғолар. Аҙан тауышы һәр ваҡыт ишетелеп торор, кешеләр көн дә изге йортҡа килер, намаҙ уҡыр, сабыйҙарға исем ҡушылыр, йәштәргә никах уҡылыр, ата-бабаларыбыҙға доғалар ҡылыныр, тип ышанғы килә.
Тәүге тапҡыр аҙан тауышы яңғырағандан, бергәләшеп намаҙ уҡығандан һуң халыҡ тәмле былау ашап, хуш еҫле сәй эсеп таралышты.
Әсҡәт Ҡормаев, Нөгөш ауыл биләмәһе башлығы:
- Бөгөн беҙҙә тантаналы, оҙаҡ көтөлгән ваҡиға - иман йорто ишектәрен асты. Был изге эште Морат хәҙрәт Ишбаев үҙ иңенә алды һәм ауыл халҡы, дуҫтары ярҙамы менән атҡарып сыҡты. Район хакимиәтенән дә ярҙам булды. Әйтергә кәрәк, мәсет ауылға бик кәрәк, сөнки ул йәш быуынды тәрбиәләргә, иман юлына баҫырға, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтергә ярҙам итә. Бөгөнгөләй иман йортобоҙ, һәр көн нур сәсеп, үҙенә тартып торһон кешеләрҙе.