Шуныһы ҡыуаныслы, иман йортона йәше лә, ҡарты ла килгәйне. Иртәнге сәғәттәрҙән үк әүҙем генә йыйылған халыҡ намаҙға тиклем бер-береһенең хәлен белешеп, һөйләшеп торҙо, фитыр саҙаҡаһын бирҙе, вәғәздәр тыңланы.
Ураҙа ғәйетендә былау бешереү йолаһы мөһим. Сөнки кешене ризыҡ менән һыйлау ҙа ҙур сауаптарҙан һанала. Ҡала халҡы былауҙы тәмләмәй ҡайтырға ашыҡманы. Мәсет алдында балалар өсөн батуттар ҡуйылғайны. Сабыйҙар унда көн оҙоно уйнаны.
Был көндө мәсеткә яр-ҙам итеүселәргә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы-ларға төрлө наградалар тапшырылды. Байрам уңайынан сәй мәжлесе ойошторолдо.
Мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров һәр мосолманды ҙур байрам менән ҡотланы.
- Ошо көндәрҙең яҡты уй-фекерҙәре һәм ынтылыштары, мәрхәмәтлелеге һәм изге эштәре беҙҙең йөрәктәрҙә тамырланып, киләсәккә тоғро юлдаш булһын. Был яҡты байрам көндәрендә бө-тәгеҙгә лә күтәренке кәйеф теләйем. Аллаһы Тәғәлә беҙ-ҙең ураҙаларыбыҙҙы һәм до-ғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, мәрхәмәтлек күрһәтһен! - тине ул.
Йәш быуындың күңеленә донъяны танып белә башлаған сағында уҡ иман нурын һала башларға кәрәк, тип һанай мәсеттең уҡытыусылары. Улар кескәйҙәр өсөн төрлө дини һорауҙарҙан торған викторина әҙерләгәйне. Балалар үҙҙә-ренең белгәндәрен кем уҙарҙан әйтергә тырышты. Дөрөҫ яуаптар өсөн бүләктәр тапшырылды.
Рамаҙан айы үтһә лә, ошо айҙа булған ниәттәребеҙ, күркәм уйҙарыбыҙ, ихласлыҡ, күңел матурлығы һаҡланып ҡалһа ине. Иманлы булып, изге ғәмәлдәр генә ҡылып, бер-беребеҙгә итәғәтле, кешелекле булып ғүмер итәйек, тигән уй булғандыр был көн байрамға килеүселәр күңелендә.