газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
21 Май 2018, 11:39

Фекер уртаҡлығы табылды

Әҙәм балаһы ғүмеренең ахырына яҡынлашҡан һайын әхирәт көнө тураһында уйлана башлай. Хәйер, мосолман булған кеше тыуғас та баҡыйлыҡҡа күсеү хәстәрләнергә тейеш. Ләкин беҙ уның ҡасан, ниндәй көндө булырын ғына белмәйбеҙ. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә бойомонда.

Әҙәм балаһы ғүмеренең ахырына яҡынлашҡан һайын әхирәт көнө тураһында уйлана башлай. Хәйер, мосолман булған кеше тыуғас та баҡыйлыҡҡа күсеү хәстәрләнергә тейеш. Ләкин беҙ уның ҡасан, ниндәй көндө булырын ғына белмәйбеҙ. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә бойомонда.

Изге Рамаҙан айына аяҡ баҫыр алдынан “Әннәби” йәмиғ мәсете мөфтөйө, хөрмәтле Рәмил хәҙрәт Насиров ҡала хакимиәте етәкселәрен, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен иман йортона фекер алышырға саҡырҙы. Унда ла һүҙ бөгөнгө йәшәйеш, әхирәт көнө тураһында барҙы. Бындай һөйләшеү кәрәк ине, сөнки күптән түгел ҡалала мәңгелек йортобоҙға киткән мосолмандарҙың кәүҙәһен һаҡлау өсөн бина асылғайны. Әйткәндәй, бындай бина әлегә беҙҙең Салауатта ғына. Хатта баш ҡалабыҙ Өфөлә лә, Стәрлелә лә, башҡа ерҙәрҙә лә әлегә ҡәҙәре уға барып етә алғандары юҡ.

Изгелек эшлә лә һыуға һал, ти халыҡ мәҡәле. Изге Ураҙаға керер алдынан файҙаланыуға тапшырылған бындай күркәм бина өсөн шатланырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, был эште башлаған Рәмил хәҙрәткә, бинаны ремонлауға ҙур көс сарыф иткән төҙөүселәргә оло рәхмәт һүҙҙәре еткереү урынлы. Ләкин һәр яңы башланғысҡа шикләнеп ҡараусылар, тырнаҡ аҫтынан сүп эҙләүселәр ҙә табылып тора. Кемдәрҙер эштең асылын белмәйенсә ҡотҡоға бирелә, бәғзеләр ғәйбәт һүҙ таратыуҙан кинәнес таба. Әле мәйетхана үҙенә йөкмәтелгән функцияларҙы үтәй ҙә башламаған, социаль селтәрҙәрҙә насар уйҙырмалар ҙа яҙыусылар табылған. Ошондай сетерекле һорауҙарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк, тигән берҙәм фекергә килделәр иман йортонда үткән һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар.

- Ураҙа – ул ҡояш сыҡҡандан алып ҡояш байығанға ҡәҙәре ризыҡтан ғына баш тартып тороу түгел, ураҙалы кешенең тәне лә, йәне лә, уй-ниәттәре лә, теленән төшкән һүҙҙәре лә изге булырға тейеш. Шуға күрә лә изге айҙа изге ғәмәл башлап торған бәндәләребеҙҙе хупларға, уларға һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙырға, теләктәшлек белдерергә кәрәк беҙгә. Шул ваҡытта ғына үҙебеҙ ҙә пакланырбыҙ, донъябыҙ ҙа сафланыр, тормошобоҙ ҙа яҡтыраҡ булыр, иншалла, - ти “Әннәби” йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров.
Читайте нас: