газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
14 Май 2018, 10:53

Баҡыйлыҡҡа еренә еткереп оҙатайыҡ

Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларын донъяға килтереп, һәр ҡайһыһына айырым оҙонлоҡтағы ғүмер бүләк иткән. Мөнәжәттәрҙә лә әйтелеүенсә, Аллаһы Тәғәлә генә мәңгелек, башҡалар – үткенсе. Ысынлап та, ғүмер - үткенсе, ләкин мосолман үлемдән ҡурҡмай, донъяла ҡунаҡҡа килгән кеүек йәшәй. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Ерҙең хужалары беҙгә ниндәй генә хөрмәт, ихтирам күрһәтмәһен, бында ваҡытлыса ғына икәнебеҙҙе, бер көндө үҙ йортобоҙға ҡайтасағыбыҙҙы иҫтән сығармай йәшәргә тейешбеҙ. “Фани донъя - ахирәттең именлеге”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.

1-се ҡала дауаханаһы биләмәһендә урынлашҡан мәйетхана бинаһын хәҙер танырлыҡ та түгел. Уның тышҡы күренеше генә түгел, ә эске йөҙө лә күпкә үҙгәрҙе. «Башкирская щебень» сауҙа компанияһының генераль директоры Ринат Сәитйәғафаров-ҡа был объектты ремонтлап, уны мосолман тән һаҡлау бинаһы итеп төҙөклән-дерергә һәм йыһазлан-дырырға тип тәҡдим яһағас, ул һүҙҙе йыҡмай, эшселәре менән ең һыҙғанып эшкә тотона.

- Ремонт эштәре бер йыл тирәһе барҙы. Күреп тораһығыҙ, стена-иҙәндәре яңыртылды, яңы ҡорамалдар алынды. Мәйетте йыуыу, тәһәрәт алыу, мәйетте һаҡлау урындары барлыҡҡа килде. Хатта кәфенлек, башҡа кәрәк яраҡтар һатып алыу өсөн магазин да бар. Мәйетте подвалдан беренсе ҡатҡа мендерер өсөн яңы лифт ҡуйылды. Бындай бина Башҡортостанда берәү генә, - ти Ринат Зекериә улы.

Ысынлап та, мосолманды еренә еткереп баҡыйлыҡҡа әҙерләү һәм ваҡытлыса һаҡлап тороу өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған бында.

- Мосолман мәйетханаһын булдырыу әрүархтарҙы дини йолалар нигеҙендә дөрөҫ итеп оҙатыуға мөмкинлек бирәсәк. Мәрхүмдәрҙе баҡыйлыҡҡа матур итеп оҙатырға, һәр саҡ иҫкә алып торорға насип булһын. Уларҙың хәҙер доғанан башҡа бер нимәгә лә мохтаж түгеллеген онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, именлектә, татыулыҡта ғүмер итәйек, әхирәтебеҙҙең тыныс булыуы өсөн дә тырышлыҡ күрһәтәйек. Амин. Һорауҙар булһа 36-99-60 телефонына шылтырата алаһығыҙ, - ти «Әннәби» йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров.
Читайте нас: