Еңеү көнө алдынан «Әннәби» йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров ветерандарға, хөрмәткә лайыҡ тип табылған кешеләргә миҙалдар тапшырҙы. Сара яңы ғына үҙ ишектәрен асҡан «Йәшел юл» хәләл кафеһында уҙҙы.
- Бөйөк байрам яҡынлашып килә. Киләсәк быуынға яҡты киләсәк бүләк иткән ветерандарҙы, һуғыш яланында башын һалған яугирҙәрҙе, унан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып та, ауыр яраларҙан вафат булғандарҙы беҙ оноторға тейеш түгел. Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы арҡаһында Еңеү тигән һүҙҙе беләбеҙ, тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Шуға ла Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин бөгөн иҫтәлекле миҙалдар тапшырырға тәҡдим итте, - тине Рәмил хәҙрәт.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Зуев, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, Социалистик Хеҙмәт геройы Йәүҙәт Мәзитов, ҡаланың Почетлы граждандары, Афған һуғышында ҡатнашыусылар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡа бик күптәр «Ватанға хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Александар Георгиевичҡа юғары мөфтөйҙөң ҡултамғаһы ҡуйылған «Халҡына, диненә, Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» дипломы ла тапшырылды.
- Был көтөлмәгәнерәк булды. Үҙәк Диниә назаратына рәхмәт. Улар илдәге тәртип, тыныслыҡты, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау өсөн күп көс һала. Ветерандарҙы ҙурлау үҙе үк ихтирамға лайыҡ, - тигән фекер белдерҙе ул.
Имам-хатибтар, хеҙмәттәре менән хөрмәт яулаған башҡа өлкә кешеләре «Һөнәренә тоғролоҡ» һәм «Хеҙмәттәге уңыштар һәм тырышлыҡ» өсөн миҙалдары менән билдәләнде. Ҡала дауаханаһының өсөнсө хирургия бүлексәһе мөдире Фәтих Байбулатов билдәле хирург Н. И. Пирогов исемендәге миҙалға лайыҡ тип танылды. Ул тыуған яғы Күгәрсендә мәсет төҙөткән, дин, иман юлында.
Осрашыу үткән хәләл кафеһы ҡалала берҙән-бер. Унда бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Тәһәрәт алыу, намаҙ уҡыу бүлмәләре бар, балаларҙың уйын майҙансығы, хатта әсәгә балаһын күкрәк һөтө менән туйындырыу, йүргәген алыштырыу өсөн дә мөмкинлектәр булдырылған.
- «Әннәби» йәмиғ мәсетендә йыш ҡына ҙур күләмле саралар уҙа. Йылына беҙ республиканың төрлө төбәктәренән күпләп имамдарҙы ҡабул итәбеҙ. Уларҙы хәләл ризыҡ менән туҡландырыу етди мәсьәлә ине. Шул ихтыяж хәләл туҡланыу урынын асыуға этәрҙе лә инде, - ти Рәмил хәҙрәт.