Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
20 Апрель 2018, 12:27

Күпме ҡөҙрәт, рух һәм илһам бүләк итте сәйәхәт

Хоҙай беҙҙе яратҡан, төрлө ергә таратҡан, аҡыл биргән, тел биргән, иман биргән, дин биргән, Ҡояш биргән, Ай биргән, Ер тигән ҙур табынға ниғмәттәрен бай биргән, эшләр өсөн ҡул биргән, һайлар өсөн юл биргән, килгән тиклем ҡулыңдан яҡшылыҡтар ҡыл тигән. Ысынлап та был донъяға беҙҙе Хоҙай юҡҡа ғына яралтмаған бит, һәр кем ниндәй ҙә булһа яҡты эҙ ҡалдырырға бурыслы. Салауат ҡалаһы “Әннәби” йәмиғ мәсете үҙенең эшмәкәрлегендә кешеләргә төрлө яҡлап ярҙам итеүҙе, лайыҡлы тормоштарына булышлыҡ итеүҙе тәү маҡсат итеп ҡуя.

Хоҙай беҙҙе яратҡан, төрлө ергә таратҡан, аҡыл биргән, тел биргән, иман биргән, дин биргән, Ҡояш биргән, Ай биргән, Ер тигән ҙур табынға ниғмәттәрен бай биргән, эшләр өсөн ҡул биргән, һайлар өсөн юл биргән, килгән тиклем ҡулыңдан яҡшылыҡтар ҡыл тигән. Ысынлап та был донъяға беҙҙе Хоҙай юҡҡа ғына яралтмаған бит, һәр кем ниндәй ҙә булһа яҡты эҙ ҡалдырырға бурыслы. Салауат ҡалаһы “Әннәби” йәмиғ мәсете үҙенең эшмәкәрлегендә кешеләргә төрлө яҡлап ярҙам итеүҙе, лайыҡлы тормоштарына булышлыҡ итеүҙе тәү маҡсат итеп ҡуя.

Бына ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙ-мәтсәндәре, локаль бәрелештә ҡатна-шыусылар кеүек хөрмәтле кешеләргә Өфө ҡалаһына сәйәхәт ойоштороуы ла изге ғәмәлдәрҙең береһе.

- Беҙ кешеләргә мәрхәмәтлек күрһәтергә тырышабыҙ. Бөгөнгө көндәге сәйәхәтебеҙ оло быуын кешеләренә хөрмәт йөҙөнән атҡарыла. Һәр быуын күпте күргән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тырыш хеҙмәт юлы үткән хаҡлы ялдағы кешеләребеҙгә ихтирамын күрһәтә белергә тейеш. Улар Тыуған илдең яҡты киләсәге өсөн юҡҡа һуғышмағандарын беҙҙең иғтибарҙан тойоп-белһен. Быйыл Өфөгә барыуыбыҙҙы алдан планлаштырҙыҡ, беҙҙең ҡала вәкилдәренә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратына 230 йыл тулыу уңайынан Юғары мөфтөй, назараттың рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу бик фәһемле булыр тип таптыҡ, - ти Рәмил хәҙрәт Насиров.

Сәйәхәт шул тиклем ойошҡан итеп әҙерләнгәйне. Баш ҡалаға ике сәғәтлек юлды “һә” тигәнсе үттек.

Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу көткән арала Рәмил хәҙрәт Үҙәк Диниә назаратының барлыҡҡа килеү ваҡиғаларына бер аҙ байҡау яһаны. Ырымбур мосолман диниә йыйылышы булған заманда Рәсәйҙә исламдың үҫешен теләмәгән ҡайһы бер әҙәмдәр Екатерина II беҙҙең дин кешеләрен бик яуыз итеп күҙаллаған. Әммә батшабикә Өфөгә килгәс, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә бөтөнләй тап килмәүенә инана. Уны беҙҙең халыҡ шул тиклем ихлас ҡаршылай һәм ул беҙҙең иманлы кешеләр араһында изге эштәргә, тыуған ерҙәрендәге именлеккә ынтылғандарҙы күреп илһамлана. Тап шуға ла 1788 йылдың 22 сентябрендә Екатерина II указы менән Өфөләге Диниә назараты Рәсәй мосолмандарының тарихи үҙәге булдырыла. Быйыл был ваҡиғаға 230 йыл тула.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты бөгөн бөтә ил буйынса 7 меңдән ашыу мәсетте берләштерә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре - кешенең ислам динен тотоу азатлығына хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу, мосолман дин ғилемен таратыу, мосолмандарға изге урындарға ғибәҙәт ҡылыуҙы ойоштороу. Диниә назараты башлығы вазифаһын Тәлғәт Сафа улы Тажетдин 1980 йылдан алып бара.

Салауат ҡалаһы ветерандары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн Юғары мөфтөй менән осрашыу яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы. Уның һәр һүҙендә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына булған хөрмәте сағылды. Ул шулай уҡ донъяуи хәлдәргә туҡталып үтте, халыҡтың тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәүгә өндәүҙә дин әһелдәренең ҙур эш алып барыуы тураһында һөйләне.

Салауаттар рухи күтәренкелек менән үткән осрашыуҙың билдәһе һәм Үҙәк Диниә назаратының 230 йыллығына тип бөркөт һыны бүләк итте, Тәлғәт Тажетдин менән иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Һуңынан инде назараттың ашханаһына инеп, руханиҙарҙың көндәлек аш-һыуын тәмләп ҡараны.

Баш ҡалалағы сәйәхәтебеҙҙең киләһе туҡталышы - Өфө лимонарийы. Күпме ишетеп тә, бер ҙә булған юҡ ине был сихри йәшеллек донъяһында. Унда килеп инеү менән төрлө үҫемлектәрҙең еҫтәренән баштар әйләнеп киткәндәй булды. Лимонарийҙа ысынлап та бер ожмах мөйөшөндәй тояһың үҙеңде. Быға аптырарлыҡ түгел, сөнки 1 гектар ерҙә донъяның төрлө ерҙәренән килтерелгән меңдән ашыу үҫемлек төрө үҫә, сәскә атып, емештәрен бирә. Бында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып теплица шарттарында лимон үҫтереү тәжрибәһенә тотоналар. Башта Үзбәкстандан килтерелгән сорттар ҡулланылһа, хәҙер “Салауат”, “Урман”, “Ләйсән”, “Зилә”, “Уралтау” кеүек әллә нисәмә башҡорт сорттары үрсетелә. Йылына тонналап уңыш йыйып алабыҙ, әммә һатыу нөктәләренә сығармайбыҙ, тик үҙебеҙҙә генә һатабыҙ, сөнки беҙҙең лимондар бер ниндәй ҙә химик ашламалар менән эшкәртелмәй, парафинланмай, ти лимонарийҙың бүлек мөдире Фәриҙә Садиҡова. Лимондарҙан тыш, хужалыҡта папайяһы, бананы, ҡәһүәһе, иҫәпһеҙ-һанһыҙ сәскәләр үҙ мөхитендәге кеүек рәхәтләнеп, республика халҡын ҡыуандырып үҫеп ултыра. Балалар, йәштәр, ололар лимонарийҙа йыш экскурсияла була икән.

Автобусыбыҙ тыуған ҡалабыҙға ҡайтырға сыҡҡанда һәр беребеҙ был сәйәхәттең ни тиклем ҡөҙрәт, рух һәм дәрт бүләк итеүе тураһында уйланды. Бер беребеҙ менән аралашып, ысынлап та, был тормоштағы һәр көндөң ҡәҙерен белеп, ҡулыңдан килә икән, изгелек ҡылып йәшәүгә бер ни ҙә етмәй икән тигән һығымтаға килдек.


Читайте нас: