Мәсет - ул кешеләрҙе донъяға ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рухи һәм мәғрифәтселек үҙәге. Кешегә был донъяла иң ҡиммәтле бүләк итеп иман бирелгән. Әгәр ҙә беҙҙең йөрәгебеҙ дин менән яҡтыртыла икән, тормошта ышаныслы йөрөй аласаҡбыҙ, юлдарыбыҙ һәр саҡ яҡты буласаҡ.
Салауат йәмиғ мәсетендә ял көндәре үткәрелгән дәрестәргә 5-14 йәшкә тиклемге 35 бала йөрөй. Йәш шәкерттәр менән мөғәллимәләр Ф.Ш.Сәмиғул-лина (башланғыс кластар уҡытыусыһы), Р.Р.Усманова, Р.И.Ғүмәрова, Р.Г.Басирова эшләй. Уларға Р.А.Табаева, З.С.Насретдинова, Г.Хәмиҙул-лина ярҙам итә. Балалар менән эштә төп бурыс - дини донъяны асыу, ислам нигеҙҙәрен өйрәтеү. Мәсет сабыйҙың рухи башланғысына бөйөк тәрбиә һала. Баланы Аллаһ йортона килтереү дөрөҫ юлға баҫтырыуҙа яҡшы тәрбиәүи алым. Кескәйҙәр ислам тормошо күренешендә таҙалыҡҡа, тәһәрәткә өйрәнә.
Баланы тура юлға әйҙәү китаптар уҡыу аша бирелә. Унда Пәйғәмбәрҙәр тарихы менән танышалар. Шәкерттәр пәйғәмбәрҙәр хаҡында хикә-йәләр уҡығанда уларҙың башҡарған изгелектәрен, ҡылыҡтарын иҫтә ҡалдырып, тормошта ла ҡулланасаҡ. Мәҫәлән, Йософ Пәйғәмбәр тарихын ишеткәндән һуң, кескәйҙәр ғәфү үтенергә, башҡаларға үпкә һаҡламаҫҡа өйрәнә. Муса Пәйғәмбәр тарихы түҙемлелеккә өйрәтә. Һуңғы Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тормошо менән танышҡанда ке-шелеккә уның юғары рухи өлгө булараҡ ебәрелеүен беләләр.
Ислам беҙҙең тормоштоң бөтә ҡараштарын да үҙ эсенә алған. Шуларҙың береһе - балаларҙың ата-әсәләре алдында бурыстары һәм Исламда ата-әсәләрҙең хоҡуҡтары. Бөтә кешеләр араһында ата-әсәләр беҙҙең хәстәргә мохтаж, улар рәхмәткә лайыҡлы. Ислам әсәйҙәргә ҡарата иғтибарлы булырға саҡыра. Аллаһы Тәғәлә туғандар бәйләнешен һаҡларға әйҙәй. Дәрестә балалар өйҙән сыҡҡанда һәм кергәндә, ашағанда, йоҡлағанда, үҙеңдең телмәреңде күҙә-теү ҡағиҙәләренә өйрәнә.
Йәмиғ мәсе-тендә үткәрелгән сараларға Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Ишембай халҡы ла саҡырыла. Балалар-ға бүләктәр тап-шырыла, байрам ашы менән һыйла-на. Салауат шә-керттәре Мәләүез-дә, Ишембай районында ҡунаҡ-та булған. Шулай уҡ Өфөләге “Ләлә-Тюльпан“ йәмиғ мәсетендә “Мин Исламды өйрәнәм“ конкурсында ҡат-нашҡан. Уларҙың һәр береһенә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин китаптар һәм грамо-талар тапшырған.
Ҡорбан һәм Ураҙа бай-рамдарында викториналар, уйындар, салауаттар әйтеү йолаға әйләнгән. Һәр балаға бүләктәр, тәмлекәстәр, шарҙар һәм балалар күңел асыу үҙәктәренә бушлай билеттар таратыла. Шәкерттәр мосолман байрамдарының мөхәббәткә һәм шатлыҡҡа ҡоролғанын аңлайҙар. Аллаһ йорто оҙаҡ йылдар буйы кешегә хеҙмәт итһен, кеше ағымы өҙөлмәһен.