газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
9 Февраль 2018, 13:49

Йолаларҙа - дини ҡағиҙәләр

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында дини кәңәшмә үтте. Унда милләт-ара мөнәсәбәткә, шәриғәт ҡанундарына ярашлы йолаларға арналған уҡыуҙар ойошторолдо.

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында дини кәңәшмә үтте. Унда милләт-ара мөнәсәбәткә, шәриғәт ҡанундарына ярашлы йолаларға арналған уҡыуҙар ойошторолдо.

Кешенең тыуғанынан алып теге донъяға киткәнсе мөһим мәлдәре була. Ошо ваҡыттарҙа дини йолалар үткәрелә. Уларҙы, әлбиттә, дин әһелдәре башҡара. Тик заманалар үҙгәргән һайын йолалар ҙа үҙгәрә, имамдар бер ҡалыпта ғына эшләмәй.

- Дини кәңәшмәгә күрше ҡала-райондарҙан имамдар, Салауат халҡы саҡырылды. Бөгөн аңлашылмаған төрлө һорауҙар күтәреләсәк һәм беҙ уртаҡ фекергә килергә тейешбеҙ, - тине Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты вәкиле Мөхәммәт хәҙрәт Миңлеғәлиев.

Ул мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насировҡа Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин исеменән Ҡөрьәндән ҡыҫҡа аяттар менән бирелгән ғәрәп әлифбаһын бүләк итте.

- Ысынлап та кешегә исем ҡушҡанда иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡайһы бер йәштәр үҙҙәре лә әһәмиәтен белмәйенсә, аңлайышһыҙ, мәғәнәһеҙ исемдәр ҡуша. Ул кешенең есеменә тап килергә тейеш. Балаға исем биреү - яуаплы эш. Кеше тыуғас та алған исемен ғүмер буйына йөрөтә. Шуға ата-әсә был мәсьәләгә бик етди ҡарарға тейеш. Исем кешенең маңлайына яҙылған яҙмышы, - ти Рәсәй Ислам университеты уҡытыусыһы Рәмил хәҙрәт.

Сарала Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуы хаҡында һүҙ алып барылды. Унда ил башлығы республикала ислам дине өлкәһендә белгестәр әҙерләүгә ыңғай ҡарашын белдергәйне.

Залда ултырыусылар исем ҡушыу, никах, йыназа йолаларын үтәү буйынса төрлө кәрәкле һорауҙар бирҙе, яуаптар алды, уртаҡ фекергә килде. Кәңәшмә аҙағында “Ән-нәби“ йәмиғ мәсетенең мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров һәр кемгә тыныслыҡта йәшәргә, изгелектәр ҡылырға саҡырҙы.

Кәңәшмәлә ҡайһы бер дини һорауҙарға яуаптар әйтелде. Шуның бер нисәһе:

* Шәриғәт ҡанундарына ярашлы, ир бала тыуғас ике, ҡыҙ бала тыуғас бер ҡорбан салына.

* Никах уҡытҡанда 21 дини ҡаршылыҡ бар. Кеше яҡын туғанына, атаһының ҡатынына, ҡатынының әсәһенә өйләнергә тейеш түгел.

* Хәлле булған мосолман һирәк осраҡта ғына 4 ҡатын алыуы мөмкин.

* Ҡатнаш никахтар ике яҡ килешеүе буйынса уҡыла.
Читайте нас: