газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
23 Ғинуар 2018, 11:44

Мәрхәмәтле булып ҡалайыҡ

Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы Федераль округында Рәсәй үҙәк диниә назаратының баш мөфтөй ярҙамсыһы, ҡалабыҙҙың мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров “Йыл кешеһе“ премияһына лайыҡ булды.

Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы Федераль округында Рәсәй үҙәк диниә назаратының баш мөфтөй ярҙамсыһы, ҡалабыҙҙың мөфтөйө Рәмил хәҙрәт Насиров “Йыл кешеһе“ премияһына лайыҡ булды.

Был награда “Выбор“ гәзите тарафынан 1991 йылдан алып тапшырыла. Йыл да Салауат тормошона ҙур йоғонто яһаған кешеләр лауреат булып китә. Ҡала гәзите тәҡдим иткән “Йыл кешеһе“ республикала ғына түгел, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр бирелгән исем. Ул мөһим социаль эштәрҙең һөҙөмтәһе лә. Быйыл юғары баһа терроризмға ҡаршы эшмәкәрлек, кешелеклелек һәм изгелекле хаҡ мосолман ҡиммәттәрен пропагандалау, конфессия-ара хеҙмәттәшлек, хәйриәлек эше өсөн Рәмил хәҙрәткә бирелде.

Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙың “Ән-нәби“ йәмиғ мәсетендә Рәмил хәҙрәткә кубок һәм диплом тапшырылыу тантанаһы ойошторолдо. Ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдова ҡала халҡы өсөн бик күп эш алып барған, динде таратыуҙа ҙур көс һалған мөфтөй хаҡында бик күп йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Уның һүҙенә башҡа йәмәғәт ойошмалары, көс структуралары, дин әһелдәре лә ҡушылды.

Ысынлап та, Рәмил хәҙрәттең башҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ. Ҡалала күркәм мәсетте булдырыуға, унда кесеһенән олоһона тиклем дини уҡыуҙар ойоштороуға ҙур көс һала. Бынан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә ихлас ҡатнаша, төрлө саралар ойоштора, инвалидтарға хәйриәлек ярҙамы күрһәтә. Мөфтөй барыһын да дөрөҫ дини белем биреүгә әйҙәй, бының өсөн күрше тирә-яҡ ҡала-ауылдары имамдары араһында уҡыуҙар ойоштора.

- Был минең генә награда түгел, ул бөтәбеҙҙең дә, минең эште күргән, баһалаған кешеләрҙең бүләге. Һәр ваҡытта мәрхәмәтле, кешелекле булып ҡалырға кәрәк. Дини ҡанундар буйынса беҙ мохтаждарға ярҙам итергә тейешбеҙ. Шуға ла киләсәктә мәсеттә инвалид балаларға реабилитация үҙәген булдырыу күҙ уңында тотола. Балалары булған ғаиләләр өсөн осһоҙ хаҡҡа туҡланып алырға сәйхана ла булдырыласаҡ. Шулай уҡ ата-әсәләр беҙҙә сабыйҙарын бер нисә сәғәткә ҡалдырып, үҙҙәренең эше менән булыша аласаҡ. Балалар менән уҡытыусылар шөғөлләнәсәк, - тип киләсәккә пландары менән бүлеште тынғыһыҙ, булдыҡлы Рәмил хәҙрәт.


Читайте нас: