газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ - ислам
19 Декабрь 2017, 11:40

Салауат мәсетендә - Мәүлит байрамы

Ҡалабыҙҙың “Әннәби“ йәмиғ мәсетендә Мәүлит байрамына арналған сара үтте. Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай ҡала-райондарынан килгән шәкерттәр дини темаға арналған викторинала ҡатнашты.

Ҡалабыҙҙың “Әннәби“ йәмиғ мәсетендә Мәүлит байрамына арналған сара үтте. Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай ҡала-райондарынан килгән шәкерттәр дини темаға арналған викторинала ҡатнашты.

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә. Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм (с.ғ.с.) донъяға килгән. Мәүлит – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата.

Йәкшәмбе көн һауа торошоноң ҡырыҫ, һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, байрамға халыҡ бик күп йыйылды. Бигерәк тә ошондай мосолман байрамдарында балалар, йәштәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы хәл. Мәсеттең уҡытыусыһы Фатима байрам тантанаһын асҡанда, изге Мәүлиттең беҙҙең мосолман халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләп, былай тине:

- Кешелек донъяһында Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән 124 мең пәйғәмбәр булған. Ислам диненә ҙур өлөш индергән 25-һенең исем-шәрифе Ҡөрьән китабында килтерелгән. Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) - иң һуңғы, заман ахыры пәйғәмбәре. Ул 40 йәшендә пәйғәмбәрлек вазифаһын алып, кешеләргә хаҡ динде, ислам динен өйрәтә башлай. 63 йәшендә ул яҡты донъянан китә.

Мәүлит байрамы мәжлесендә Ҡөрьән сүрәләре уҡынылар. Һуңынан һорау-яуап формаһында Мөхәммәт салаллаһу ғәлләйһи үә сәләмдең башҡарған эштәре, уның изге юлына арналған ярыш ойошторолдо. Был ҡыҙыҡ һәм мәғәнәле сарала балалар бик теләп ҡатнашты. Улар пәйғәмбәребеҙ тарихы тураһында үҙҙәрен мәғлүмәтле, белемле булыуҙарын күрһәтте. Еңел булмаған һорауҙарға йөкмәткеле яуап биргән еңеүселәрҙең һәр береһенә киләсәктә уңыштарға ирешеүҙәрен теләп, матур бүләктәр тапшырылды. Ишембайҙан килгән Вилдан исемле шәкерт иң күп һорауға яуап биреүсе тип танылды. Сарала шулай уҡ ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеүҙә ынтылыштары һәм тырышлыҡтары өсөн бер төркөм шәкерттәргә рәхмәт хаттары ла тапшырылды.

Тантаналы өлөштән һуң, йәш мосолмандар кафеға йүнәлде, тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәлдәр артына үтте. Бәләкәстәр тәмле сәй, кәнфиттәрҙән ауыҙ итеп, күңелдәрендә изгелек рухын арттырып, йылы итеп хушлашып таралышты.
Читайте нас: