Салауат башҡорт дәүләт драма театрында ислам медицинаһы (хиджам), белем биреү, хоҡуҡ тәртибе һағы, экстремизм һәм терроризмды туҡтатыу мәсьәләләрен күтәргән кәңәшмә үтте. Сараға проректорҙар, профессорҙар, күрше ҡала-район имамдары, ҡала хакимиәте, көс структуралары вәкилдәре, медицина белгестәре саҡырылды.
Мөхәммәт хәҙрәт Ҡөрьән уҡығандан һуң, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров кәңәшмәне асты. Осрашыуҙа бик күптәр сығыш яһаны.
Башҡорт дәүләт медицина уни-верситеты профессоры Мухамедхон Убайдуллаев организмды алама ҡандан таҙартыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләп үтте.
- Уның тарихы быуаттар төпкөлөнән килә. Ҡыҙғанысҡа күрә, был алым онотолған тиерлек. Элек медицина ҡорамалдары булмағанлыҡтан уның менән бик күп ауырыуҙарҙан дауала-ғандар. Көнсығыш һәм ғәрәп илдәрендә ул киң ҡулланыу алған. Организмдан ҡан сығарыу хиджам тип атала. Уны ҡәҙимге инъекциялы энә, махсус банкалар, һөлөктәр менән башҡарып була. Процедура ауырттырыу тыуҙырмай. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу һәм нерв системалары, матдәләр алышыныу, имуноопатия, аллергия ауырыуҙары өсөн айырыуса файҙалы. Бындай алым шулай уҡ холестеринемия, һимереү, диабет, баштағы һәм ҡолаҡтағы шау-шыу, юғары ҡан баҫымы, йүтәл, балаға уҙа алмау осраҡтарында ла ҡулланыла. Әммә уны махсус медицина белеме булмағандарҙың санитария талаптарына тап килмәгән урындарҙа башҡарыуы борсой. Сөнки хиджамды эшләү өсөн махсус белем, айырым бүлмә, эргәләрендә тәү ярҙам күрһә-терлек медицина белгестәре булыуы мөһим, - тине ул.
Рәсәй ислам университетының проректоры Дамир Нафиҡов үҙенең сығышында дини уҡыуҙарҙың нисек итеп алып барылыуы тураһында аңлатты. Ҡайһы берәүҙәр сит илдә уҡып, алама юлға баҫа. Беҙҙең үҙебеҙҙә лә дини белеп алып булыуын, бының өсөн Рәсәйҙә мәҙрәсәләр, ислам дини институты, Рәсәй дини университеты, Болғарҙағы ислам дине академияһы барлығын билдәләп үтте ул.
(Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ)