газета "Салауат"
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июнь 2025, 14:25

«Икенсе күнекмәгә кимонола килдем»

Салауаттан каратистка спорттың тормошонда ниндәй урын биләүе хаҡында һөйләне.

Сабина Абдулоева - каратэ буйынса Рәсәй чемпионы, Ҡаҙағстанда киокушин-кан карате буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыусы. Ҡыҙҙың юғары титулдарға ирешеүе тәжрибәле тренер Андрей Казадаев етәкләгән Салауат ҡалаһының «Киокушинды һаҡлаусылар» спорт клубынан килә.


Свбинаға алты йәш булғанда, ул 2-се кадет мәктәбенең 1-се класына төшөргә әҙерләнә. Шунда карате секцияһына балалар йыйыуҙары тураһында иғлан күреп ҡала һәм был турала ата-әсәһенә һөйләй. Беренсе күнекмәлә уны бер ай шөғөлләнеп ҡарарға мөмкин, һуңынан дауам итергәме-юҡмы икәнлеген хәл итеп булыуы хаҡында иҫкәртәләр. Әммә бер ай кәрәкмәй булып сыға.


- Икенсе күнекмәгә мин кимонола килдем. Тренер бындай тиҙ ҡарарыма ғәжәпләнде, әммә мин үҙемә был спортта үҫешергә һәм ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә тигән маҡсат ҡуйҙым. Ул саҡта уҡ чемпион булырға хыялландым. Атай миңә был мотлаҡ буласаҡ, тине. Шулай килеп сыҡты ла, - ти Сабина.


Бергә-бер көрәшкә ынтылышы ҡыҙҙың ҡанында бар: элек был спорт төрө менән уның атаһы һәм ике туған ағалары етди мауыҡан. Туғандарының эҙенән кесе һеңлеһе Самира ла китә.


- Һәр спорттағы кеүек, тәүҙә ҡала ярыштарында, һуңынан - республика, Волга буйы федераль округында, Рәсәйҙең төрлө беренселектәрендә еңеүҙәр булды. Иң әһәмиәтлеләре араһында - 2023 йылдың октябрь уртаһында Һамарҙа үткән Рәсәй чемпионатында еңеү. Шул уҡ йылдың ноябрендә Ҡаҙағстанда үткән донъя чемпионатына әҙерләндем, - тип һөйләй ҡыҙ. - Аҙнаһына биш көн күнекмәгә йөрөнөм: дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә залда шөғөлләндем, ә шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә үҙем өсөн качалка йә бассейн һайланым. Паркта тренер менән йыш осраштым һәм шунда шөғөлләндем. Әммә иң мөһиме - мин дөрөҫ туҡландым, көн режимын үтәнем, һаулығымды күҙәттем, һәм артабан да шулай эшләүемде дауам итәм.


Һандар теле менән.


Үҙенең спорт карьераһында Сабина 52 миҙал һәм 48 кубок яулай. Иң ҡәҙерлеһе - Рәсәй чемпионатында еңгән өсөн кубок. Ул уға донъя чемпионатына барырға мөмкинлек бирә.
Сабина донъя чемпионатында бик яҡшы сығыш яһай.


- Мин ҙур тәжрибә тупланым, башҡа спортсылары менән таныштым - чемпионатта Ҡаҙағстан, Испания, Ираҡ, Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡа илдәрҙән 1000-дән ашыу спортсы ҡатнашты. Уларҙың нисек сығыш яһауын, шөғөлләнеүҙәрен һәм ниндәй техника ҡулланыуын ҡарау файҙалы булды, - тип билдәләне Сабина.


2024 йылдың ноябрендә Сабина беренсе тапҡыр Екатеринбургта 18 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан ярыштарҙа ҡатнаша.


- Ярыштар ҡатмарлы булһа ла, миңә бик оҡшаны. Минең өсөн был яңы кимәл ине - һаҡ сараһын ҡулланмайынса көрәшергә тура килде. Ауыр булды, әммә икенсе урын алыуға ирештем. Ҙур тәжрибә тупланым һәм быйыл көҙөн уҙасаҡ ярыштарҙа еңеүсе булырмын, тип ышанам, - тип уртаҡлаша Сабина.


Ҡыҙ 2-се кадет мәктәбенең туғыҙ класын тамамлаған, һуңынан Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжға «Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге» белгеслеге буйынса уҡырға ингән.
Әлеге ваҡытта Сабина колледжда индивидуаль график буйынса уҡыуын дауам итә, шулай уҡ 16-сы холоҡ төҙәтеү колонияһының тыл бүлегендә инженер булып эшләй, склад мөдире лә.


- Бөтә нимәгә өлгөрөү ауыр, әммә мин тырышам. Бәләкәйҙән Эске эштәр министрлығы йәки яза башҡарыу федераль хеҙмәт структураһында эшләргә хыялландым һәм һуңғыһын һайланым, быға бер ҙә үкенмәнем, һөнәрем оҡшай. Хөкөм ителгәндәр менән эшләйем, - тип һөйләй Сабина.


Киләһе йылда Сабина Санкт-Петербург йәки Һамар юғары уҡыу йорттарының береһенә уҡырға инергә һәм һөнәре буйынса юғары белем алырға ниәтләй.


Уҡыуҙан һәм эштән тыш, Сабина иң яратҡан шөғөлөнә - күнекмәләргә иғтибар бүлә.


- Ғүмер буйы спорттамын һәм унһыҙ үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Өлгөрөргә тырышам. Аҙнаһына өс тапҡыр: дүшәмбе, шаршамбы, йома икешәр сәғәт шөғөлләнәм, - ти ҡыҙ.


Сабина тренерлыҡ буйынса ла белем үҙләштерергә ниәтләй.


-Тәжрибәмде башҡа спортсыларға тапшырыу өсөн киләсәктә был кәрәк буласаҡ, - тип аныҡлыҡ индерҙе Сабина, ә һуңынан ике һөнәрҙе лә бергә алып барырға теләүен белдерҙе. - Төп эш полицияла буласаҡ, ә бына буш ваҡытта күнекмәләр үткәрәсәкмен.


Алда Сабинаны сағыу киләсәк көтөр, һәм уның исемен төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүселәр иҫәбендә тағы күп тапҡырҙар ишетербеҙ, тип ышанабыҙ. Уңыштар, Сабина!

Фото: Алёна Бизикина.

Автор:
Читайте нас