Урамдан китеп барғанда ҡаршыңа берәҙәк эттәр өйөрө килеп сыҡһа ни эшләргә лә белмәҫһең. Ярай әле, бер зыяны теймәй үтеп китһәләр. Ә ташлана-нитә ҡалһалар?! Шуға хужаһыҙ мәхлүктәр халыҡҡа ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Уларҙың төрлө йоғошло сирҙәр сығанағы булып тороуы ла ихтимал.
Ҡаланың Йәмәғәт палатаһы был мәсьәләне иғтибар үҙәгенән ысҡындырмай. Ошо көндәрҙә улар берәҙәк хайуандар һанын көйләүгә, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сараларға йәмәғәт мониторингын үткәрҙе. Маҡсаты - ҡалалағы хайуандарҙы аулау менән шөғөлләнгән һәм шулай уҡ ваҡытлыса аҫрау пункты булдырылған “Мазай” ойошмаһындағы шарттарҙың федераль һәм ренспублика закондарына тап килеү-килмәүен тикшереү.
- Йәмәғәт палатаһы булараҡ, беҙҙең бурыс - ҡалала берәҙәк эттәр проблемаһының хәл ителеше. Салауатта “Мазай” ойошмаһы менән муниципаль контракт төҙөлгән. Беҙ эттәрҙе аулағандан алып ваҡытлыса аҫрау пунктына илтеп урынлаштырғансы бөтә процесты контролдә тотабыҙ. Илдәге закон берәҙәк хайуандар проблемаһын “аулау, - стерилләштереү - элекке мөхиткә сығарыу” системаһы буйынса гуманлы юл менән хәл и итеүҙе күҙ уңында тота, - ти ҡала Йәмәғәт палатаһының инновацион үҫеш, эшҡыуарлыҡ һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Зөлфиә Һөйәрғолова.
Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән беҙ ҡала урамдарына сыҡтыҡ. Бекетов урамында, ағас эшкәртеү комбинаты, вокзал районында булдыҡ. Эттәр күп, әммә уларҙы тотоуы еңелдән булманы.
Аулаусылар әйтеүенсә, эшкә улар иртәнге алтынан тотона икән.
- Тәүҙә базаға барып ундағы эттәрҙе ашатабыҙ, һуңынан алдан һатып алынған итте ваҡ телемдәргә бүләбеҙ, уны машинаға тейәп аулау урындарына сығабыҙ. Көнөнә 3-4 эт эләктерәбеҙ. Заявкалар булһа, ял көндәрендә лә эшләйбеҙ. Тәү сиратта, мәхлүктәрҙе ветеринарға күрһәтергә тырышабыҙ, һуңынан пунктҡа алып китеп, ун көнгә карантинға ябабыҙ. Шунан ғына стерилләштереүгә, вакцинацияға оҙатабыҙ, - ти улар.
Был ойошма эттәрҙе аулау менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, ауыр хәлгә юлыҡҡан хайуандарға ла ярҙам итә. Аулау урынына китеп барғанда “Мазай” машинаһы ҡапыл туҡтаны. Баҡтиһәң, юл буйында яраланған, хәлһеҙләнгән этте күреп ҡалғандар икән. Ҡолағында биркаһы бар, был уның элек “Мазай”ҙа булыуы тураһында һөйләй. Ойошма хеҙмәткәрҙәре уны шунда уҡ таныны.
Йәрәхәтләнгән этте ситлеккә урынлаштырып, Муса ҡасабаһындағы ветеринария станцияһына алып барҙылар. Ветеринар врач Наталья Сулбанова этте ҡарағандан һуң, уның хәле бик ауыр булыуын, эске органдарына кәрәкле диагностика һәм рентген уҙғарырға кәрәклеген аңлатты, һыҙланыуҙы баҫа торған укол да эшләне.
- Мәхлүкте йә машина бәрҙерткән, йә башҡа эттәр һөжүм иткән. Эске органдары ныҡ зыян күргән, - тине ул.
Һуңынан хәбәр итеүҙәренсә, эткә бөтә кәрәкле диагностика үткәргәндәр, врачтар өҙгөләнгән яраларының күп булыуы, аяҡҡа баҫыр өсөн бер ни тиклем ваҡыт талап ителеүен әйткән.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, мониторинг дауам итә, уға йомғаҡ ай аҙағында яһаласаҡ.