газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2021, 16:13

Баланы янғындан ҡотҡарған

5 июндең шәмбе иртәһен Жанна Домнина мәңге онотмаҫ...

5 июндең шәмбе иртәһен Жанна Домнина мәңге онотмаҫ...
- Шәмбе балалар баҡсаһы эшләмәй, шуға ете йәшлек улымды беренсе тапҡыр өйҙә яңғыҙын ҡалдырып эшкә киттем һәм быға бик үкендем. Тәмле йоҡоһонан уятырға йәлләнем шул. Ғәҙәттә, уны үҙем менән ала инем. Шунан үҙем эшләгән 13-сө торлаҡ-файҙаланыу идаралығы начальнигы шылтыратып, Мәктәп тыҡрығы, 5 адресы буйынса урынлашҡан беҙҙең йортта янғын сығыуын әйтте. Мин ҡайтыу яғына йүгерҙем. Янғынды һүндергәйнеләр, ә улымды ашығыс медицина ярҙамы машинаһына ултыртҡандар, ул илай ине. Һуңынан дауаханаға һалдылар, - тип һөйләй ҡатын.
Әгәр күршеләре 22 йәшлек Вячеслав Нәбиев ярҙамға ташланмаһа, был ваҡиғаның аҙағы фажиғәле тамамланыуы ла ихтимал булғандыр. Ҡыйыу ир-егет менән һөйләшеү форсаты теймәне - эш графигы тығыҙ ине. Ә бына уның ҡатыны Ольга Фәттәхова ул көндө нимә булғанын ентекле һөйләп бирҙе.
- Йоҡлай инек, әсе итеп ҡысҡырған бала тауышына һәм урамдағы шау-шыуға уянып киттек. Балконға сығыу менән күрше фатирҙың кухняһынан көслө төтөн сығыуын, ә форточканан малайҙың ярҙам һорап ҡысҡырыуына шаһит булдыҡ. Подъезд янында беҙҙең һәм күрше йорттарҙа йәшәүселәр йыйылғайны. Ир-аттар малай ырғыһын өсөн юрған һуҙып маташалар. Быны күргән Вячеслав өҫтөндә нәмә бар, шул көйө малайҙы ҡотҡарырға ашыҡты. Ирем подъездағы тәҙрә аша үрмәләп, икенсе ҡаттағы кухняның тәҙрәһенә күтәрелде, уны ватып, баланы ҡулына алды һәм аҫта ир-егеттәр һуҙған балаҫҡа ырғытты. Бөтә нәмә күҙ асып йомған арала булды. Янғын һүндереүселәр килеп утты һүндерҙе. Иремдең һүҙҙәре буйынса, ул үҙе лә бер нимә аңламай ҡалған. Бала тауышын ишетеү менән ярҙамға ташланды. Ул балаларҙы бик ярата, - ти Ольга.
Малай үҙен яҡшы тоя.
- Табиптар улымдың зыян күргән урындары юҡ тине. Баламды ҡотҡарған өсөн бөтә күршеләремә һәм Вячеславҡа ҙур рәхмәт, - ти Жанна.
Хәҙер ҡатынға янғындан зыян күргән торлағын тергеҙергә кәрәк. Жанна улын яңғыҙы тәрбиәләй, яҡын туғандары ла юҡ. Уға битараф булмаған кешеләр һәм хеҙмәттәштәре ярҙам итә.
Янғын сәбәптәрен тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтер.
Читайте нас: