Осор мәшәҡәтле килер. Документтар менән эш иткәндә айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Көтөп алынған ялығыҙҙы тәбиғәт ҡосағында уҙғарығыҙ. Күптән күрешмәгән дуҫтарығыҙҙы осратырһығыҙ. Алыҫтан ҡунаҡтар көтөгөҙ.
Тотонған проекттарығыҙға етди ҡарашта булығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ҙур үҙгәрештәр булыр. Тап ошо осорҙа икенсе яртығыҙҙы осратыуығыҙ ихтимал. Сәләмәтлек торошон күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Эш тәүге планға сығыр. Һеҙгә ҡатмарлы бурыс йөкмәтерҙәр. Уны яҡшы итеп башҡарырға тырышығыҙ. Ябығырға теләүселәр өсөн теләһә ниндәй диета ла һөҙөмтә бирер. Аҙнаның икенсе яртыһында мауыҡтырғыс сараларға барығыҙ.
Кәйефегеҙҙе төшөрөрҙәй сәбәптәр табылып ҡына торор. Үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ, юғиһә, хәлдәр ҡуйырғандан-ҡуйырыр. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр. Йәшәү урынын алыш-тырырһығыҙ.
Шәхси тормошоғоҙҙағы һәм эштәге мәсьәләләрҙе лә бер юлы хәл итергә тура килер. Барыһы ла уңышлы булыр. Руль артындағылар юлдарҙа иғтибарҙы юғалтмаһын. Яңы кешеләр менән танышҡанда ла һаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.
Арығанлыҡ үҙен һиҙҙертер. Айырыуса аҙна башында ауырға тура килер. Бирешмәгеҙ, кәрәк булһа, ярҙам һорап дуҫтарығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙға иғтибарҙы күберәк бүлегеҙ.
Күп кенә тәҡдимдәр алырһығыҙ. Уларға ризалашыр алдынан ныҡлы уйлағыҙ. Балаларығыҙҙың тормошонда әүҙем ҡатнашығыҙ, хәлдәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Финанс мәсьәләләрен хәл иткәндә уяулыҡ талап ителә.
Бөтә башланғыстар ҙа уңыш килтерер. Иғтибар үҙәгендә булырға күнеккәнһегеҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙең көнләшеүенә ғәжәпләнмәгеҙ. Туҡла-ныуға етди иғтибар бүлегеҙ. Туғандарығыҙ менән бәхәскә инмәгеҙ.
Пландарығыҙҙы һәр кешегә һөйләп бармағыҙ. Юғиһә, эштәрҙең кире боролош алыуы ихтимал. Иң ҡатмарлы кешеләр менән дә еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Йомартлыҡ күрһәтегеҙ, тап ошо осорҙа хәйриә эштәрен башҡарығыҙ.
Яңы проекттарға тотонор булһағыҙ, абруйлы кешеләрҙән кәңәш һорағыҙ. Эшлекле партнерҙар менән мөнәсәбәттәр ышаныслы булыр. Ялығыҙҙы өйҙә уҙғармағыҙ. Тормошоғоҙҙо үҙгәртерҙәй яңы танышлыҡтар көтә.
Йыйылып киткән проблемаларҙы ваҡытында хәл итегеҙ. Эштәге мөхит әллә ни яҡшынан булмаҫ. Бәхәс-конфликттарҙан ситтә тороғоҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Яҡындарығыҙҙың даими хәлен белешегеҙ.
Финанс ҡытлығы кисерерһегеҙ. Ҡул ҡаушырып ултырыр урынға өҫтәмә килем сығанағын эҙләгеҙ. Ижад менән шөғөлләнеү һеҙгә ҡанат ҡуйыр, яңы эштәргә дәртләндерер. Көнкүреш техникаһы һатып алыу өсөн уңайлы мәл.