17 майҙан 22-һенә тиклем республикала “Халыҡ сәләмәтлеге көндәре” уҙҙы. Акцияның төп маҡсаты - йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү ине.
Акцияға Салауат та әүҙем ҡушылды. 21 майҙа мәҙәниәт һәм ял паркында ҡала халҡы сәләмәтлеген тикшертте. Һәр кем бушлай артериаль ҡан баҫымын үлсәтә, терапевт, кардиолог һәм башҡа белгестәргә күренә алды. ЭКГ үтеүгә сират йыйылып киткәйне, ҡанға анализ биргән ерҙән дә халыҡ өҙөлмәне. Лекциялар ваҡытында белгестәр корона-вирустан һуң организмды нисек дөрөҫ тергеҙергә, ниндәй тын алыу күнекмәләре эшләргә кәрәклеген аңлатты.
- Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе һәр ваҡыт еңелерәк. Тап шуғалыр ҙа ҡала халҡы акцияға әүҙем ҡушылды, сөнки уның төп маҡсаты - халыҡ менән профилактик эш алып барыу, - ти ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.
Салауат медицина колледжы уҡытыусылары һәм студенттары ул көндө иң әүҙемдәре булды.
- Сараға саҡырыуҙарына бик шатбыҙ. Башлыса, 3-сө, 4-се курс студенттарын алып килдек. Беренсе курстар “сәләмәт” өҫтәл әҙерләп, ҡала халҡына нисек дөрөҫ туҡланырға, рационға ниндәй ризыҡтар индерергә кәрәклеге тураһында һөйләне. Өлкән курс студенттары йөрәк-үпкә реанимацияһын күрһәтте, артериаль ҡан баҫымын, кәүҙә ауырлығын һәм буйҙы үлсәне, - тип һөйләй Салауат медицина колледжы директоры Оксана Сливочкина.
101ф төркөмө “Үҙеңде дөрөҫ ашат” күргәҙмәһен әҙерләгәйне.
- Сәләмәтлеккә арналған акцияла әүҙем ҡатнашабыҙ. Дөрөҫ туҡланыу - сәләмәтлек нигеҙе. Кеше организмы өсөн иң кәрәкле биш аҙыҡ-түлек-ул йәшелсә, емеш-еләк, бутҡалар, һыу һәм йәшел тәмләткестәр, - ти колледж уҡытыусыһы Юлия Мавродиева.
Был фекер менән ҡала дауаханаһының физиотерапия бүлеге мөдире Елена Савинова ла килешә:
- Көндөҙгө рациондың 80 процентын йәшелсә, емеш-еләк һәм 20 процентын ғына ит, углеводтар тәшкил итергә тейеш. Организмда зыянлы холестерин йыйылмаһын өсөн майлы аҙыҡтарҙан баш тартыу хәйерлерәк. Сәләмәт тормошҡа баҫыу бер ваҡытта ла һуң түгел, хатта өлкән йәштә лә, - ти табип.
Ҡала дауаханаһының табип-кардиологы Гүзәл Ваһаповаға ул көндө пациенттар айырыуса күп мөрәжәғәт иткән.
- Күптәр ритм боҙолоуға, йөрәк тибешенең йышайыуына, йөрәк ауыртыуына зарлана. Ҡайһы берәүҙәре теге йәки был препаратты нисек ҡабул итергә кәрәклеге менән ҡыҙыҡһына, - ти Гүзәл Әмир ҡыҙы.
Тире-венерология диспансерының табип-дерма-товенерологы Алла Малявкоға борсоған һорауҙарын бирергә теләүселәр байтаҡ булды.
- Кешеләр тире ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итәләр, уларҙы нисек булдырмау менән ҡыҙыҡһыналар, тире менән проблемалар, онкологик сирҙәр булғанда ҡояшта йыш булырға яраймы тигәнерәк һорауҙар бирәләр. Йәштәрҙе биттәге һытҡылар борсой, - ти табип.
Евгения Поворотова акция тураһында социаль селтәрҙәрҙән белгән.
- Бик шәп сара. Айырыуса әлеге эпидемиологик хәл ваҡытында иң ҡәҙерлеһе һаулыҡ икәнлеген аңлайһың. Паркка кеше бер туҡтауһыҙ ағыла, был аңлашыла, сөнки бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Барыһының дә белгестәргә түләүле күренергә финанс мөмкинлеге юҡ. Хеҙмәттәшем менән шәкәргә анализ бирҙек, ЭКГ үттек, терапевҡа күрендек, - ти Евгения.
Нурия Хәсәнова терапевҡа күренергә тип килгән:
- Паркта сәләмәтлеккә бәйле акция үтәсәге тураһындағы хәбәрҙе бергә эшләгән хеҙмәттәшем ватсап аша ебәрҙе. Врачҡа борсоған һорауымды бирергә ине. Бында шәкәрҙе тикшертергә, ҡан баҫымын үлсәтергә, ЭКГ һәм башҡа процедуралар үтергә, иң кәрәкле белгестәргә бушлай күренергә мөмкин. Поликлиникала табипҡа эләгер өсөн күпме көтөргә, сиратта ултырырға кәрәк, - ти Нурия апай.
Владимир Харитонов ул көндө прививка яһатҡан.
- ЭКГ үттем, терапевта консультацияла булдым. Прививка ла эшләттем, сөнки коронавирус - ҡәһәрле сир. Вакцинация был зәхмәттән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлылыр, тип уйлайым, - ти Владимир Ильич.
Шулай уҡ паркта скандинавса йөрөү һәм йога буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде.
Скандинавса йөрөүҙең сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауын уның менән шөғөлләнеүселәр бер тауыштан иҫбатланы.
- Бик оҡшай беҙгә. Мейелә ҡан әйләнеше яҡшыра, йөрәккә көс өҫтәлә, ҡан тамырҙары нығына, нервылар тыныслана, дөйөм алғанда, бөтә организм йәшәрә, - тине улар.