Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Май 2021, 13:35

Бәхетле бала саҡ байрамы

1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Шул уңайҙан ҡалала төрлө майҙансыҡтарҙа байрам саралары үткәрелә.

1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Шул уңайҙан ҡалала төрлө майҙансыҡтарҙа байрам саралары үткәрелә.
Көндөҙгө өстә “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенең тамаша залында театрлаштырылған тамаша күрһәтелә. Сәғәт биштә ошо уҡ учреждение алдындағы майҙансыҡта Буяуҙар фестивале уҙа. Мәҙәниәт һәм ял паркында дартс, 2011 йылғы малайҙар араһында футбол буйынса ярыш, конкурслы уйын программаһы ойошторола. Сараға ҡалалағы китапханалар ҙа әүҙем ҡушыла. Ҡала үҙәк китапханаһында һәм уның төрлө филиалдарында “Ура, каникулдар!”, “Йәйҙе бергә ҡаршылайбыҙ”, “Һаумы, йәй!” кеүек мауыҡтырғыс саралар, онлайн-акциялар, онлайн-рубрикалар, видероликтар көтөлә. Балалар музыка мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы, “Алмаз” бассейны, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла балаларға үҙенсәлекле программа әҙерләгән. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының Калинин урамындағы 2-се корпусында ГТО нормаларын үтәү элементтары менән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған “Күңелле старттар” уҙғарыла.Теләктәре булғандар Өфө ҡалаһының йәш рәссамдары Дим Ғөбәйҙуллин һәм Дарья Данилинаның заманса сәнғәт күргәҙмәһе менән таныша ала. Ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар, килегеҙ, ҡатнашығыҙ!
Гөлнара Асҡарова фотоһы.
Читайте нас: