газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Апрель 2021, 14:31

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә!

19-25 апрелгә аҙналыҡ йондоҙнамә.

19-25 апрелгә аҙналыҡ йондоҙнамә.
Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Үҙегеҙҙә яңы һәләт асырһығыҙ, сәнғәт менән ҡыҙыҡһынырһығыҙ. Хеҙмтәттәштәрегеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттә булығыҙ. Дүшәмбе алданыуығыҙ бар. Тирә-йүндәгеләр менән уртаҡ тел таба алмай яфаланырһығыҙ.
Буға (20.04 – 20.05)
Был осорҙа төҙөлгән килешеүҙәр отошло булмаҫ. Ә бына онлайн-уҡыуҙар файҙа килтерер. Өҫтәмә килем алыу сығанағы табырһығыҙ. Бер кем менән дә бәхәскә инергә тырышмағыҙ. Мөхәббәт өлкәһендә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр көтөлә.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Йәкшәмбе көтмәгән ерҙән аҡса керер. Ғаилә ағзалары менән талашмағыҙ, үпкәләрен оҙаҡ онота алмаҫтар. Хроник ауырыуҙарығыҙ үҙен һиҙҙертер. Ял көндәрен өйҙә ултырмағыҙ, саф һауаға сығығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Аҙна башынан уҡ яңы эштәргә тотонһағыҙ була - яңы мөнәсәбәттәр төҙөгөҙ, үҙ эшегеҙҙе асығыҙ, эш урынын алыштырығыҙ. Аҡса мәсьәләләрен дә уңышлы хәл итерһегеҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыуы мөмкин.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Ымһындырғыс, әммә ҙур яуаплылыҡ талап иткән тәҡдим алырһығыҙ. Үҙ көсөгөҙгә ныҡлы ышанһағыҙ ғына риза булығыҙ. Яҡын кешегеҙгә ярҙамығыҙ тейер. Икенсе яртығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ, наҙлыраҡ булығыҙ.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәттәр асыҡламағыҙ. Эре әйбер һатып алыу кәңәш ителмәй. Яҡындарығыҙҙың эргәһендә күберәк булығыҙ. Сәйәхәтегеҙҙе планлаштыра башлаһағыҙ була.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Был осорҙа яҙмышығыҙҙы ҡырҡа үҙәртә алаһығыҙ. Дүшәмбе бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ. Һаулығығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Үҙ ишен осратыуға тамам өмөтөн өҙгәндәргә бәхет йылмаясаҡ.
Саян (24.10 – 22.11)
Эштә һәләтегеҙҙе күрһәтеп, юғары һөҙөмтәләргә ирешерһегеҙ. Аҡсаға бәйле сетерекле хәлдәргә ҡыҫылмағыҙ. Мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә эске һиҙемләүегеҙгә генә таянығыҙ. Күңелегеҙ яңы шөғөл эҙләр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Эшлекле осрашыуҙар уңышлы үтер. Алдығыҙҙа яңы офоҡтар асылыр. Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә, бурысҡа бирмәгеҙ. Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ, ваҡытында тикшерелеү үтегеҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мөһим эштәрҙе аҙнаның икенсе яртыһына ҡалдырыу хәйерле. Яҡын туғандарығыҙҙың ҡылығы бер аҙ кәйефегеҙҙе төшөрөр. Ярҙам һорап дуҫтарығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Икенсе яртығыҙ менән аралар ышаныслы.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Планлаштырылған сәйәхәтегеҙҙе икенсе ваҡытҡа ҡалдырып тороғоҙ. Бының өсөн әле уңыйлы мәл түгел. Физик эш башҡарғанда һағыраҡ ҡыланығыҙ - йәрәхәттәр алыуығыҙ бар. Эштә хата ебәреүегеҙ ихтимал.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Хеҙмәт урынында йә эш хаҡын күтәрерҙәр, йә вазифағыҙ буйынса үрләрһегеҙ.
Арағыҙҙы боҙорға теләмәһәгеҙ, икенсе яртығыҙҙың етешһеҙлектәренә күҙ йомоғоҙ. Эре әйбер һатып алыу өсөн яҡшы осор.
Читайте нас: