Әлбиттә, беҙ һәр көн иртән битебеҙҙе йыуып, тешебеҙҙе таҙартабыҙ. Ә бына танау, тамаҡ кеүек органдарға ла көндәлек таҙарыныу зарур.
Теш. Япон ғалимдары ференсә, теште һаҡлау өсөн һәр ашағандан һуң йәшел сәй эсеп ҡуйырға кәрәк. Ул теш эмален емереүсе микроорганизмдарҙы үрсеттермәй.
Танау. Бер стакан һыуға бер балғалаҡ тоҙ һалып, танау эсен йыуҙыртығыҙ. Бындай таҙартыу айырыуса тымау төшкәндә яҡшы ярҙам итә. Ә һәр көн кисен таҙартыу тағы ла яҡшыраҡ.
Тамаҡ. Иртәле-кисле, теш таҙартҡандан һуң, тамаҡты үлән төнәтмәһе менән сайҡайбыҙ. Төнәтмә температураһын көн һайын төшөрөгөҙ. Ул бер өлөш календулаға ике өлөш үгәй инә үләне япрағы ҡушып яһала. Шулай уҡ һары мәтрүшкә менән шалфей ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.
* Күптәр иртән йоҡонан тиҙерәк уяныу өсөн ҡайнар ҡәһүә эсергә ярата. Медиктар фекеренсә, бер стакан ябай минераль һыу - йоҡонан уяныу өсөн шәп сара. Өҫтәүенә, ундағы кальций, магний, натрий, калий организмда матдәләр алмашыныуын һәм йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта.