газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2021, 12:17

Халыҡҡа асыҡ булғанда аңлауы ла йәтеш

Бөгөнгө көндә иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - ул йылылыҡ өсөн түләүҙең юғары булыуы. Республика Башлығы Радий Хәбиров был проблеманың айышына төшөнөргә, халыҡты ҡабул итеп, уларҙың һорауҙарына яуап бирергә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, тикшереүҙәр уҙғарырға ҡушты. Был йәһәттән беҙҙең ҡалала ла эшсе төркөм булдырылыуы, уларҙың төрлө йорттарға тикшереү менән сығыуы хаҡында яҙғайныҡ. “8-се торлаҡ идаралығы”нда фатир хужалары менән эшлекле бәйләнеш булдырылған һәм йорт советы рәйестәре йылылыҡ биреү приборҙарының күрһәткестәрен яҙып алыу процедураһы менән таныша, һорауҙарына асыҡлыҡ индерә ала.

Был идара итеүсе ойошмаға ҡараған йорттарҙың барыһында ла һауа торошона ҡарап йылылыҡты биреүҙең автоматлаштырылған узелы ҡуйылған.
- Тағы ла бер ыңғай яҡ - ул автоматлаштырылған системаның идара итеүсе компания бинаһына тоташты-рылыуы, беҙҙә оператор эшләй һәм ул йылылыҡ узелындағы барлыҡ күрһәткестәрҙе, шул иҫәптә йылылыҡ сығымдарын, температураны, баҫымды реаль режимда күҙәтә ала. Әгәр ниндәйҙер штаттан тыш хәлдәр килеп тыуһа, беҙ шунда уҡ саралар күрәбеҙ. Иҫәп приборҙары күрһәткестәрен яҙып алыуҙа ҡатнашыуҙы милекселәр үҙҙәре хәл итә, беҙ береһен дә көсләп ҡушмайбыҙ. Ә был айҙа уларҙы махсус рәүештә йылылыҡ параметрҙары нисек билдәләнеүен күр-һендәр өсөн саҡырҙыҡ. Йорт хужалары, әлбиттә, түләүҙәрҙең күп булыуы менән риза түгел, шулай ҙа беҙ был суммаларҙың ҡайҙан килеп сығыуын яҡшылып аңлатырға тырышабыҙ, - ти “8-се торлаҡ идаралығы” инженеры Антон Калинин.
Идара итеүсе компания вәкилдәре милекселәргә, улар теләһә, подвалда урын-лашҡан йылылыҡ узелын да төшөрөп күрһәтә, йылылыҡ биреү менән идара итеүсе автоматлаштырылған приборҙың нисек эшлә-үен, ҡайһы аппараттан күр-һәткестәр алыуын аңлаталар.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, идара итеүсе компания белгестәре торлаҡ милекселәре йылытыу өсөн квитанциялар алып, мөрәжәғәттәр менән килә башлағас та, аңлатыу эшен ойошторған.
- Беҙ кешеләргә коммуналь ресурстар өсөн сумма ниндәй күрһәткестәр нигеҙендә иҫәпләнеүен төшөндөрөргә әҙер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кешене ҡабул итә алмайбыҙ, шуға күрә күберәк йорт советы рәйестәре менән эш алып барабыҙ. Абонент бүлегендәге белгес тә халыҡҡа аңлата, - тип һөйләй компанияның коммуналь ресурстарҙың коммерция иҫәбе инженеры Ирина Власова.
Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 10-сы йорт советы рәйесе Иван Лиштвин әйтеүенсә, уларҙың идара итеүсе компанияһы халыҡҡа асыҡ.
- Беҙ уларҙан һәр ваҡытта үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап алабыҙ, - ти Иван Николаевич. - Бына әле лә һәйбәт итеп аңлаттылар. Мин был мәғлүмәтте подъезд буйынса яуаплыларға ет-керәм, ә улар үҙ сиратында, кешеләргә аңлатырға тейеш.
Читайте нас: