газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ғинуар 2021, 16:30

Көлөп алайыҡ бергә

Бер ир өйөнә ҡайтып бара. Ҡаршыһына матур ҡыҙ килә. Ир уға ҡарай ҙа уйлап ҡуя: “Их, минең бисәлә шундай аяҡтар булһа!”Әҙ генә үткәс - йәнә бер гүзәл. Ир уйлай: “Вәт минең бисәлә шундай күҙҙәр булһа!”Өйөнә ҡайтып етә, ҡатыны ишек аса. Ир:- Ышанһаң - ышан, бисәкәй, ышанмаһаң - ышанма: юл буйы һине уйлап ҡайттым.

Бер ир өйөнә ҡайтып бара. Ҡаршыһына матур ҡыҙ килә. Ир уға ҡарай ҙа уйлап ҡуя: “Их, минең бисәлә шундай аяҡтар булһа!”
Әҙ генә үткәс - йәнә бер гүзәл. Ир уйлай: “Вәт минең бисәлә шундай күҙҙәр булһа!”
Өйөнә ҡайтып етә, ҡатыны ишек аса. Ир:
- Ышанһаң - ышан, бисәкәй, ышанмаһаң - ышанма: юл буйы һине уйлап ҡайттым.
***
- Әгәр берәйһе һеҙҙең эскәмйәләге эшләпәгеҙгә ултырһа, һеҙ нимә тип әйтер инегеҙ?
- Күҙең сыҡҡанмы әллә, хайуан, тиер инем. Ниңә улай һорайһың әле?
- Сөнки һеҙ минең эшләпә өҫтөнә ултырҙығыҙ.
***
- Һеҙҙең ҡыҙығыҙға өйләнергә теләйем.
- Ҡатын менән һөйләштеңме әле?
- Миңә ҡыҙығыҙ нығыраҡ ҡшай.
***
Ожмахтағы иргә тамуҡҡа профсоюз путевкаһы бирәләр. Бөтә ялын ул шул тиклем рәхәтләнеп үткәрә: шарап, ҡатын-ҡыҙ, кәрт уйнау. Әйләнеп ҡайтҡас, ул илселеккә ашыға һәм даими йәшәү өсөн тамуҡҡа ебәреүҙәрен һорай. Ебәрәләр. Тик унда килеү менән ирҙе ҡыҙған табаға ташлайҙар һәм:
- Туризмды эмиграция менән бутарға ярамай, - тип аңлаталар.
Читайте нас: