Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2020, 11:15

Тел бөтмәһә - ил бөтмәҫ!

7-се мәктәптә “Аныҡ эштәр - 2021” проекты сиктәрендә “Башҡорт.ru” интерактив төркөм” булдырыу идеяһын бойомға ашыралар.

Был “Берҙәм Рәсәй” партияһының, уның секретары вазифаһын башҡарыусы Марина Вишеваның, башҡарма секретары Диана Серованың, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айрат Кәримовтың һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаты Оксана Редькинаның ярҙамында мөмкин буласаҡ. Башҡорт теле кабинеты проектор, компьютер һәм интерактив таҡтаны үҙ эсенә алған интерактив комплекс менән йыһазландырыласаҡ. Уҡытыусының эш урынына ноутбук һәм күп функциялы ҡоролма ҡайтарылыуы көтөлә.
- Әлеге ваҡытта башҡорт телен өйрәнеү даирәһен киңәйтеү проблемаһы актуаль булып тора. Проекттың маҡсаты - башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион алымдар һәм технологиялар ҡулланыу. Бының өсөн беҙгә заманса педагогик алымдарҙы индереү шарттарын тыуҙырырға кәрәк. Балаларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны уҡытыу юлдарын камиллаштырыу, милли мәҙәниәтте һәм йола-ларҙы һаҡлап ҡалыу ҙа төп бурыстарҙың береһе булып тора. Уҡыусылар телде теләк менән өйрәнһен өсөн уҡытыусыға яңы технологиялар кәрәк. Был төркөмдө булды-рыуҙы педагогтар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҙа хупланы. Тимәк, киләсәктә “интерактив төркөм” буласаҡ, - ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәлиә Иҙрисова.
Читайте нас: