газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2020, 12:50

«Беҙ – берҙәм!»

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан ҡала үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Берҙәм Рәсәй Йәш гвардия» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә «Беҙ бергә – беҙ берҙәм» акцияһында ҡатнашты. Акция Салауат ҡалаһының Ленин исемендәге үҙәк майҙанында, Калинин һәм Октябрь урамында үтте.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан барлыҡ ҡатнашыусыларға Халыҡтар берҙәмлеге көнө байрамы тураһында әҙерләнгән тематик буклеттар таратылды.
«Йәш гвардия» ирекмәндәре битлектәр таратһа, китапхана хеҙмәткәрҙәре ишек алдында «Китап аша - берҙәмлек» буккроссинг ойошторғайны.
Салауат ҡалаһының бөтә китапханаларында ла йөкмәткеле экспозициялар әҙерләнде, унда дәүләт символдары - Рәсәй гербы, флагы, гимн тексы тураһында мәғлүмәт йыйылды.
Байрам тарихына арналған айырым бүлектә Минин һәм Пожарский тураһында китаптар тәҡдим ителде.
Ойоштороу-методика бүлеге.
Читайте нас: