17 октябрҙә Польшаның Люблин ҡалаһында «Speedway of Nations 2020» финалы уҙҙы. Уның барышын салауаттар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, сөнки был ярышта беҙҙең ҡалала тәрбиәләнеп, спидвей спортында юғары үрҙәргә еткән Эмиль Сәйфетдинов ҡатнашты. Уның менән бергә финалда Рәсәй командаһында Артем Лагута һәм Евгений Сайдуллин сығыш яһаны.
Ямғыр яуып тороп, һауа торошо насар булыуға ҡарамаҫтан, ярыш бик көсөргәнешле бара. Быға тиклем дә донъя чемпиондары исемен йөрөткән Рәсәй командаһы ауыр трассанан ҡурҡмай, үҙҙәренә ҙур ышаныс менән старт ала. Көйәрмәндәргә күңел төшөнкөлөгөнә бирелерлек тә, шатланырлыҡ та мәлдәр күп була. Эмиль Сәйфетдинов үҙенең бөтә оҫталығын һәм етеҙлеген күрһәтә. Ун бишенсе заезда ике швед спортсыһы йығыла, бәхеткә, береһе лә зыян күрмәй. Судьялар кәңәшләшеп турнирҙы тамамлау тураһында ҡарар ҡабул итә. Дүрт сериянан һуң Рәсәй ҙә, Польша ла 23-шәр мәрәй йыйып өлгөрә. Мәрәйҙәр тигеҙ булһа ла, алдынғылыҡҡа лайыҡ булыусы уҙған заездар һөҙөмтәһе буйынса билдәләнә. Шулай итеп, Рәсәй командаһы өсөнсөгә донъя чемпиондары исемен яулай. Польша командаһы - икенсе, Дания өсөнсө урында.
Әйткәндәй, Салауат спидвейы ҡала өсөн оло әһәмиәткә эйә булған спорт төрө, ҡала халҡы уны ярата, уның үҫеше өсөн шарттарҙың яҡшырыуы күптән көтә. Республика етәкселеге лә Салауатҡа эшлекле сәфәрҙәре барышында «Төҙөүсе» стадионының мотлаҡ төҙөкләндереләсәген вәғәҙәләгәйне, әммә быға тиклем реаль ғына эш башланманы. Ә бына Рәсәй командаһы еңеүенән һуң, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҡшы хәбәр менән бүлеште.
- Салауаттарҙың барыһын да күптән көтөлгән ваҡиға менән ҡыуандырырға ашығам, беҙ «Төҙөүсе» стадионын төҙөкләндереүгә тотонабыҙ. Салауатта спидвей йәшәйәсәк! - тип яҙҙы ул.