газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Сентябрь 2020, 17:25

Һиңә ниндәй биҙәүес килешә?

* Ҡиммәтле биҙәүестәрҙе бер ҡасан да интернет-магазиндарҙан һатып алмағыҙ. Биҙәнеү әйберҙәрен һатып алғанда кейеп ҡарау бик әһәмиәтле.

* Ҡиммәтле биҙәүестәрҙе бер ҡасан да интернет-магазиндарҙан һатып алмағыҙ. Биҙәнеү әйберҙәрен һатып алғанда кейеп ҡарау бик әһәмиәтле.
* Йөҙөк һайлаһағыҙ, уны бармағығыҙға кейегеҙ, һалҡын металдың ҡулығыҙҙа йылыныуын тойоғоҙ. Уның һеҙгә тура килеү-килмәүен уйлағыҙ. Биҙәнеү әйбере һеҙҙә тик матур хистәр генә уятырға тейеш.
* Ҡимммәтле биҙәүестәрҙе тағып йөрөй ҙә белергә кәрәк. Нескә балдаҡ-йөҙәктәрҙе һуҡ бармаҡҡа кейегеҙ. Бер бармаҡҡа бер нисә балдаҡ кейеү - зауыҡһыҙлыҡ билдәһе. Ҙур ҡашлы йөҙөктәрҙе урта йәки имән бармаҡҡа кейәләр. Бик ҙур ташлы йәки ваҡ таштар йыйылмаһынан яһалған ҡашлы йөҙөктәр ҙә шул бармаҡҡа кейелә. Бик нәҙек бармаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур ҡашлы йөҙөктәр килешмәй.
* Аҫылынып тороусы оҙон ҡолаҡ алҡаларын оҙон муйынлы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм бары тик шыма сәс менән генә тағырға кәңәш ителә. Тулы кәүҙәле булһағыҙ, ҙур ҡалын биҙәнеү әйберҙәренә һәм төймә рәүешендә ҡолаҡ алҡалары тағырға мөмкин.
* Ҡашһыҙ беләҙектәрҙе ҡул суғына төшөрөберәк кейәләр. Әгәр беләҙек таштар менән биҙәлгән булһа, ул ҡул буйлап шыуып йөрөмәҫкә тейеш.
Читайте нас: