газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август 2020, 01:10

Шылтырат һин миңә, шылтырат тик әҙәплек һаҡлап ҡына

Һеҙ төрлө сараларға барғанда телефонығыҙҙы һүндерәһегеҙме? Мин, ғәҙәттә, тауышын баҫып ҡуям. Кәңәшмә бара, ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр ҡарала, йә иһә концертта артист һөйләп торғанда һеҙҙең телефон бөтә бинаны яңғыратып шылтырата башлай. Бөтә халыҡ алдында уңайһыҙ бит. Шуны иҫтә тоторға кәрәк, телефондан һөйләшеү ҙә үҙенә күрә бер мәҙәнилек, тирә-яҡтағыларға ҡарата ихтирам билдәһе ул. Шуға күрә уны файҙаланыуҙың ҡайһы бер ҡағиҙәләрен хәтер ҡағыҙына яҙып ҡуйыу артыҡ булмаҫ.

Һеҙ төрлө сараларға барғанда телефонығыҙҙы һүндерәһегеҙме? Мин, ғәҙәттә, тауышын баҫып ҡуям. Кәңәшмә бара, ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр ҡарала, йә иһә концертта артист һөйләп торғанда һеҙҙең телефон бөтә бинаны яңғыратып шылтырата башлай. Бөтә халыҡ алдында уңайһыҙ бит. Шуны иҫтә тоторға кәрәк, телефондан һөйләшеү ҙә үҙенә күрә бер мәҙәнилек, тирә-яҡтағыларға ҡарата ихтирам билдәһе ул. Шуға күрә уны файҙаланыуҙың ҡайһы бер ҡағиҙәләрен хәтер ҡағыҙына яҙып ҡуйыу артыҡ булмаҫ.
Шулай бер спектаклдә ултырабыҙ. Кульминацион момент. Шул саҡ яҡында ғына бер апайҙың телефоны ныҡ тауыш менән зыңғырлай башланы. Төп геройҙың нимә тигәне лә ишетелмәй, артабан нимә булыры ла аңлашылмай. Теге ханым телефонын сумкаһынан эҙләп тапҡансы хәтһеҙ ваҡыт үтте. Зыңғырлауын баҫамы тиһәң, шылтыратыуҙы ҡабул итептереп һөйләшә башланы. Бөтә халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергәс кенә, телефонын һүндереп, һалып ҡуйҙы. Спектаклгә инеп китеп, рәхәтләнеп ҡарай башлағайныҡ, яңынан телефон шылтырай башланы. Бөтөнләй спектакль ҡайғыһы китте.
Һис һүҙһеҙ, бөгөнгө заманда тормошобоҙҙо телефонһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Донъябыҙ шулай ҡоролған, һәр йомошто үтәү өсөн дә, тиҙ генә осрашып булмағанда, шылтыратып ҡына хәл белешеү, тиҙ генә интернетҡа инеп кәрәкле мәғлүмәт алыу - һәр яҡлап та ҡулай нәмә. Әммә уны ҡулланыуҙың ҡайһы бер ҡағиҙәләрен белеү күптәргә ҡамасауламаҫ ине. Улар, әлбиттә, закон менән яҙылмаған һәм бының өсөн бер ниндәй ҙә яза ҡаралмаған, шулай ҙа уларҙы үтәгәндә, үҙегеҙгә лә, тирә-яҡтағыларға ла уңайлыраҡ булыр. Һүҙҙе театрҙан башлағас, ҡағиҙәне лә шунан башлайыҡ. Театрға, кинотеатрға, китапханаға, ултырышҡа, кәңәшмәгә, төрлө мәҙәни, кеше күп булған сараларға барғанда телефондың тауышын баҫып ҡуйыу яҡшы. Кәрәкмәгән ваҡытта телефонығыҙ зыңғырлап, үҙегеҙ ҙә кеше алдында уңайһыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ бар, башҡа кешеләргә лә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырасаҡһығыҙ. Спектакль алдынан телефондарҙы һүндереп ҡуйыуҙы һорайҙар икән, зинһар, инҡар итмәгеҙ был талапты. Кеше театрға мәҙәниәт донъяһына сумып ял итергә килә, һеҙ ҙә сәнғәт усағына шуның өсөн йөрөйһөгеҙҙер тип ышанғы килә, шулай булғас, үҙегеҙҙең дә баһаһығыҙҙы төшөрмәгеҙ, башҡаларға ҡарата ла ихтирамлыраҡ булығыҙ.
Үҙегеҙ иртә торорға яратһағыҙ ҙа, башҡаларҙы иртүк телефондан бимазалағыҙ. Шулай уҡ кисен дә сәғәт 10-дан һуң шылтыратыу килешмәй, бәлки кеше йоҡларға ятҡандыр, иртәгәһенә эшкә. Эш тигәндәй, әгәр һеҙҙең бик үтә мөһим, ҡалдырып торорҙай һорауығыҙ булмаһа, кешегә эш сәғәттәрендә шылтыратмау яҡшы. Хәлдәр белешеү йә хәбәр һөйләү өсөн эштән һуң шылтыратыу ҡулайлыраҡ. Һеҙ бит уны эшенән айыраһығыҙ, уның менән бер кабинетта ултырған кешеләрҙең дә теңкәһенә тейеүегеҙ бар. Шулай уҡ был остағы хеҙмәткәр ҙә телефондан эш буйынса ғына аралашыуҙы өҫтөнлөк итеп ҡуйырға тейеш, ә коллегаларына ҡамасаулап, сәғәттәр буйына хәбәр һатып ултырыу - әҙәпһеҙлек.
Һеҙ шылтыратып, трубканың икенсе осонда телефонды алманылар икән, шунда уҡ күп тапҡырҙар шылтыратыуҙы ҡабатларға кәрәкмәй. Яуап бирмәйҙәр икән, уны аңларға кәрәк, тимәк, яуап бирә алмай, йә эше күп, йә кәңәшмәлә ултыра. Бушағас та ул һеҙгә кире шылтыратыр. Бик тә булмаһа, бер-ике сәғәттән һуң ғына, яңынан шылтыратыу кәңәш ителә.
Ҡалған ҡағиҙәләрҙе ҡыҫҡаса ғына билдәләп үтмәксемен.
* Компания менән аралашып ултырғанда, телефондан смс-тар яҙып, йә бөтәһе алдында телефондан һөйләшеп ултырыу матур түгел, һеҙ бының менән башҡаларҙы ихтирам итмәүегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Бик ашығыс, йә мөһим эш буйынса шылтыратыу икән, ғәфү үтенеп, ситкәрәк китеп аралашығыҙ.
* Телефондан һөйләшкәндә ауыҙ тултырып ашап, йә сәй эсеп, йүнләп һөйләшә алмау ҙа әҙәпһеҙлек.
* Супермаркетта, сауҙа нөктәләрендә сиратта торғанда телефондан һөйләшмәй тороп та була. Һеҙ башҡаларҙы тотҡарлаясаҡһығыҙ.
* Кеше телефонына теймәгеҙ, ундағы шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ. * Кешегә шылтыратаһығыҙ икән, иң тәүҙә уның һөйләшә алыуы-алмауы хаҡында белешергә онотмағыҙ.
*Руль артында телефондан һөйләшеү бөтөнләй тыйыла. Тик махсус ҡолаҡҡа тағылып ҡуя торған ҡулайлама булғанда ғына аралашыу мөмкин. Шулай уҡ был ҡулайламаны машинан төшкәндә сисергә кәрәк. Уны башҡа ерҙә тағып йөрөүегеҙ матур күренеш түгел.
* Урамда китеп барғанда телефондан һөйләшергә тура килһә, ҡысҡырып аралашмағыҙ. Шулай уҡ шәхси проблемаларығыҙ хаҡында ла бөтә йәмәғәт ишетерлек итеп бәйән итеү килешмәй.
* Йәмәғәт урындарында ҡолағығыҙға ҡолаҡсын тығып, ҡысҡыртып музыка тыңлау ҙа ярамаған эш, сөнки һеҙ тирә-яҡтағы хәлдәрҙе күҙ уңынан ысҡындырыуығыҙ мөмкин. Мәҫәлән, юлда китеп барғанда, берәйһе йә ярҙам һораһа, йә хәүеф тураһында иҫкәртһә, һеҙ быны ишетмәүегеҙ мөмкин.
Ғөмүмән алған, ысынлап та, был реаль үтәп була торған ҡағиҙәләр. Һәм уларҙы үтәү көндәлек тормошобоҙҙо күпкә йәмлерәк итер.
Читайте нас: