Һәр халыҡтың үҙ аҡса талисманы бар: урыҫтарҙа - биш тин, американдарҙа - беренсе эшләп алған доллар, немецтар иһә кеҫәһендә йәки янсығында бөкләнгән йә иһә тишелгән тинлек йөрөткән. Ҡытайҙарҙың аҡса амулеты - уртаһы тишелгән һәм бер-береһенә ҡыҙыл еп менән бәйләнгән 3 юань. Талисманды ла, кеҫәләге аҡсаны ла ваҡыт-ваҡыт һыйпап, яратып торорға кәрәк - табыш килһен өсөн.
Ҡағыҙ аҡсаны янсыҡҡа мисәтле яғын өҫкә йә иһә үҙеңә ҡаратып ҡуйырға кәңәш ителә. Улар бөкләнеп ятырға тейеш түгел. Тигеҙ, матур итеп урынлаштырығыҙ. Инглиздыр аҡсаға ҡытлыҡ кисереүселәргә кеҫәгә үрмәксе һалырға ҡуша. Ә бына урыҫ сауҙагәрҙәре борон-борондан яҙ көнө беренсе кәкүк тауышы ишетеү менән кеҫәләге аҡсаларын шылтыратҡан Был аҡса бер ҡасан да кәмемәй, тигәнде аңлата.
Аҡса килтереүҙең тағы бер ҡыҙыҡ юлы бар. Күктә яңы ай тыуған көндө аҡса янсығығыҙҙы уға күрһәтеп, һелкетегеҙ. Тинлекте усығыҙға һалып, айға ҡарап теләк теләһәгеҙ була. Ай үҫкән һайын, һеҙҙең аҡсағыҙ ҙа артыр.
Был ырымдарға ышанырғамы-юҡмы, быныһын һәр кем үҙе хәл итә.