"Ағиҙел" мәҙәни-ял үҙәгендә коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәре рәйестәре менән осрашыу уҙҙы. Кәмәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, Салауат прокуроры Евгений Иванов, "Эко-Сити" Төбәк операторының идарасы директоры Артем Кирәев, янғын күҙәтселеге етәксеһе Сергей Дегтярев, шулай уҡ ҡала хужалығы идаралығы, муниципаль милек менән идара итеү комитеты, административ комиссия, "Махсус автохужалыҡ Плюс" ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
- Барығыҙға ла билдәле булыуынса, беҙҙең илдә, шул иҫәптән республикала, 2019 йылдан башлап сүп-сар реформаһы актив үҫешә. Һәр төбәктә үҙ төбәк операторы билдәләнгән, тап ул сүп-сарҙы йыйып, уны махсус йыһазландырылған полигонға сығарыуҙы ойоштора. Беҙҙә төп процесс яҡшы төҙөлгән, әммә шул уҡ ваҡытта элеккесә стихиялы, санкцияланмаған сүплектәр ҡалыуын дауам итә һәм уларҙың күбеһе баҡсасылар ширҡәте территорияһына тура килә, - тип осрашыуҙы асты ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов. - Барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ, ошо рәүешле өйөлгән ҡалдыҡтар тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә һәм ҡала биләмәһенең эстетик йөҙөн дә матурламай. Бөгөнгө көнгә ҡайһы бер баҡсасылар ширҡәттәре Төбәк операторы менән сүп-сар сығарыуға килешеүҙәр төҙөмәгән. Шуны билдәләп китер инем, был сүп-сар реформаһы айырым контролдә. Аҙна һайын республика етәкселеге видеоконференция уҙғара һәм унда килешеү төҙөү һорауы йыш күтәрелә. Салауат ҡалаһы был юҫыҡта артта ҡалыусылар иҫәбендә булғанға күрә, ошо осрашыуҙы ойоштороп, мәсьәлә буйынса фекер алышыу мөһим тип таптыҡ.
Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Булат Садиҡов билдәләүенсә, муниципаль берәмек территорияһында стихиялы, санкцияланмаған сүплектәр ойоштороу экология өлкәһендә киң таралған хоҡуҡ боҙоуҙар иҫәбендә ҡала һәм улар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай.
- Ҡала территорияһында бындай сүплектәр, бигерәк тә коммерцияға ҡарамаған баҡсасылар ширҡәттәре биләмәләрендәгеләр, ҡала көсө менән юҡҡа сығарыла. 1 майҙан алып 9 июлгә тиклем подрядсы ойошма баҡсасылар ширҡәттәре һәм гараждар кооперативтары биләмәләренән 8 санкцияланмаған сүплекте бөтөрҙө. Баҡсасылар ширҡәттәренең ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыуға "Эко-Сити" алдында булған бурысы 438 мең һум тәшкил итә. Төбәк операторы менән килешеүҙәр төҙөүгә килгәндә, ғинуар-февраль айҙарында консультацион саралар ойошторолдо. 2019 йылдың 1 ғинуарынан алып 2020 йылдың 9 июленә тиклем 55 актив эшләүсе коммерцияға ҡарамаған баҡсасылар ширҡәттәренән 20-һе килешеү төҙөгән, бишәүһе әлеге ваҡытта был эш менән шөғөлләнә, ә 30 ширҡәттең бөтөнләй килешеүе юҡ.
Килешеү төҙөү, баҡсасылар ширҡәттәренең "Эко-Сити" алдында барлыҡҡа килгән бурыстары хаҡында Төбәк операторының идарасы директоры Артем Кирәев һөйләне.
- Килешеүҙәрҙең ни өсөн төҙөл-мәү сәбәптәрен анализлағандан һуң, шуны асыҡланыҡ, беренсенән, юридик адрестар фактик адрестар менән тап килмәй. Икенсенән, счет ҡуйыу һәм килешеү төҙөү өсөн мәғлүмәттәрҙе еткереүҙән баш тартыу осраҡтары теркәлә. Әгәр беҙҙең менән килешеү төҙөгән ширҡәттәрҙе алып ҡараһаҡ, уларҙың сүп-сар контейнерҙары ҡуйыу өсөн майҙансыҡтары бар, ә ҡайһы бер ширҡәттәрҙә был уңайлыҡтар юҡ, - ти Артем Алексеевич. Шулай уҡ улар санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөүҙе талап итеп судҡа биреү осраҡтары менән шөғөлләнеүҙәрен дә билдәләп үтте.
Ҡала хужалығы идаралығы белгесе Юрий Носенко һөйләүенсә, улар тарафынан килешеү төҙөү буйынса проблемалары булған 12 баҡсасылар ширҡәте сығып тикшерелгән һәм уларҙа контейнерҙар ҡуйыу өсөн майҙансыҡтарҙың булмауы асыҡланған. Уның белдереүенсә, бар 12 биләмә буйынса ла хәлдән сығыу юлдары табылған, шуға күрә баҡсасылар шир-ҡәттәре рәйестәре тиҙ арала төбәк операторы менән килешеүҙәр төҙөр. Шулай уҡ ул ҡала административ комис-сияның санкцияланмаған сүплектәрҙе асыҡлау буйынса рейдтар уҙғарыуы, баҡсасылар ширҡәттәре территорияла-рының 8 санкцияланмаған сүплектәрҙән таҙартылыуы хаҡында ла әйтеп үтте.
- Беҙҙең надзор саралары бары-шында ҡалала 18 стихиялы сүплек асыҡланды, уларҙың 15-е баҡсасылар ширҡәте биләмәһендә урынлашҡан. Был сүплектәрҙә төрлө кимәлдә хәүефле булған ҡалдыҡтар, шул иҫәптә, терегөмөшлө әйберҙәр ҙә бар. Эйе, контейнерҙар ҡуйыу буйынса ла, башҡа проблемалар ҙа бар, уларҙы конструктив хәл итергә кәрәк, - тине ҡала прокуроры Евгений Иванов.
- 1 июлгә беҙҙең юридик шәхестәр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға килешеүҙәр төҙөп бөтөргә тейеш ине. Бөгөнгө көнгә ҡайһы бер категориялар был бурысты үтәп сыҡманы һәм беҙҙең ҡала "ҡыҙыл зона"ға ҡарай. Минең уйымса, баҡсасылар ширҡәттәренең бөтә рәйестәре лә грамоталы, үҙҙәренең өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен һәм был эште атҡармау ниндәй эҙемтәләргә килтереүен яҡшы аңлайҙыр. Моғайын, һәр бер конкрет хәлдә килешеү төҙөлмәүҙең объектив сәбәптәре барҙыр. Үҙемдең яҡтан барыһын да ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сүп-сар сығарыу буйынса килешеүҙәр төҙөп ҡуйырға саҡырам, - тине хакимиәт башлығы Игорь Миронов.
Кәңәшмәгә йыйылыусылар килешеү төҙөү, түләүгә ҡуйылған счеттар, башҡарылған эш хаҡындағы акттар һәм башҡа баҡсасылар өсөн актуаль булған мәсьәләләр буйынса һорауҙар бирҙе.