Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Апрель 2020, 17:15

Инанһындар ине бары ла

Был шиғыр Салауат башҡорт дәүләт драма театры администраторы Гөлнур Абдуллина сәхифәһенән алынды. Бик тә уйландырырлыҡ. Йәмле яҙҙар килде.Ә күңелдәр,Уралдылар һары һағышҡа.Донъялыҡты баҫты ығы-зығы,Кем ғәйепле ошо яҙмышҡа?

Был шиғыр Салауат башҡорт дәүләт драма театры администраторы Гөлнур Абдуллина сәхифәһенән алынды. Бик тә уйландырырлыҡ.
Йәмле яҙҙар килде.Ә күңелдәр,
Уралдылар һары һағышҡа.
Донъялыҡты баҫты ығы-зығы,
Кем ғәйепле ошо яҙмышҡа?
Кем ғәйепле?Һанап китә ҡалһаң,
Иҫ-аҡылың етмәй уйланып.
Шөкөр итмәй Хоҙай биргәненә,
Артыҡ шаштыҡ ендәй ҡыйланып.
Иң түрәләр аҡса ҡоло булып,
Еребеҙҙе һатып бөттөләр.
Байлыҡ тиеп, дуҫ туғанды белмәй,
Бер береһен талап, һүктеләр.
Күпме янғын, күпме ер тетрәүҙәр,
Күпме авария? Үлемдәр?
Дауалана алмаҫ сирҙәр менән
Аҙмы ни һуң ятып үлгәндәр?
Бына килеп, Хоҙай һәммәбеҙгә,
Кешелекте ҡуйҙы һынауға.
“Үҙгәртһендәр ҡараштарын, тиеп,
Айныҡ ҡараһын тип донъяға.
“Өйрәнерҙәр, бәлки, айырырға,
Был тормошта аҡты ҡаранан.
Килер бер көн, бер туғандар кеүек
Йәшәй башлар кеше яңынан”.
Ваҡыт бирҙе Хоҙай барыбыҙға,
Уйланырға,Тәүбә ҡылырға!!!
“Һаулығыбыҙ-үҙе ҙур байлыҡ”, тип
Инанһындар ине бары ла!
Читайте нас: