- Беҙ ни хәҙер оло йәштәбеҙ, комбинатта эшләп хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Беҙгә күптән өйҙә ултырырға кәрәклеге тураһында шылтыратып әйттеләр. Беҙ талаптарҙы үтәргә тырышабыҙ. Үрҙән ҡушҡан өсөн дә түгел, ә ысынлап та һаҡланыу өсөн. Өлкән йәштәге кешеләрҙең иммунитеты ҡаҡшаған бит инде, сирҙе эләктереү ихтималлығы юғары. Бабай ғына иртән, кеше әҙерәк ваҡытта, магазинға сығып килә. Телевизор ҡарайбыҙ, әҙерәк зарядҡа эшләп алабыҙ, мин бәйләм менән ултырам, бабай китап, гәзит уҡый, ашарға бешерәбеҙ - шулай үтә ваҡытыбыҙ. Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә килеп йөрөмәҫкә ҡуштыҡ, шулай яҡшыраҡ булыр, телефон бар бит, һөйләшеп, хәл белешеп торабыҙ.