Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Апрель 2020, 23:17

Йорт - мәктәпкә, бүлмә - класҡа әйләнде

Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан коронавирус тигән нәмәләре донъяның аҫтын өҫкә әйләндерҙе. Күп өлкәләр эшмәкәрлектәрен башҡасараҡ итеп ойошторорға мәжбүр булды. Был болғаныш мәғариф хеҙмәткәрҙәрен дә ситләп үтмәне.Дөйөм белем биреү учреждениелары 23 марттан 30-ына тиклем каникулда булырға тейеш ине. Республикала коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн балаларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Ул тамамланғас та әле уҡыусыларға мәктәпкә барыу насип булманы. 6 апрелдән уҡыусылар дистанцион уҡыуға күсте. Күсте тип әйтеүе генә рәхәт, яңы системаның михнәттәрен үҙ иңебеҙҙә татыныҡ. Ике улым да - мәктәп уҡыусыһы. Алтыһы көндө иртән тороп ултырҙыҡ, әйтерһең, мөғжизә көтәбеҙ. Ул көндө Юлдаш каналынан онлайн-дәрестәр күрһәтелә башланы. Өҫтәүенә, уның тәүгеһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе үткәрҙе.- Республикабыҙҙың 450 меңдән ашыу уҡыусыһы белем алыуҙы үҙҙәренең класс бүлмәләрендә, мәктәптәрҙә түгел, ә өйөндә, дистанцияла уҡыу рәүешендә башларға мәжбүр. Беҙ бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Әлбиттә, бар ерҙә лә шарттар бер үк түгел. Бөтә балалар ҙа уҡый алһын өсөн башҡа төрлө алымдар эҙләйәсәкбеҙ, - тине Башлыҡ.Һүрәттәге геройҙарыбыҙ фекере:Булат Хәйретдинов, 25-се башҡорт гимназияһының 3 в класы уҡыусыһы:- Мәктәптә уҡытыусы менән еңелерәк ине. Әсәйемде бик аңлап етеңкерәмәйем, ҡатмарлыраҡ аңлата, уҡытыусы һымаҡ түгел. Бер яҡтан, өйҙә рәхәт, бөтә нәмә эргәлә. Ҡәләм, дәфтәр онотолоп ҡалған тип хафаланаһы юҡ. Әммә дуҫтарымды, класташтарымды һағындым. Уҡыу йылы аҙағында булһа ла осрашырбыҙ, тип уйлайым.Рәсимә Хәйретдинова, Булаттың әсәһе:- Тәүге көндәрҙә бик ауыр һәм бер нәмә лә аңлашылмай ине. Хәҙер бер аҙ еңеләйҙе. Уҡытыусыбыҙ Әнүзә Әнүәр ҡыҙына рәхмәт. Нимәлер килеп сыҡмаһа, һәр ваҡыт ярҙамға килә.

Тәүге дәресте ҡарап бөткәндән һуң үҙебеҙ эшкә тотондоҡ. Алдан уҡ класс етәкселәре үҙ сайттарын, электрон почталарын булдырғайны. Йә Хоҙай, нимә был!? Дәрестәрҙе, өй эштәрен ҡарау өсөн ул сайттарға кереп булмай, ниндәйҙер мөғжизә менән унда эләккән хәлдә лә, автоматик рәүештә биттәр үҙенән-үҙе ябыла. Электрон журналға инер өсөн бирелгән паролдәрҙең барыһы ла «сығып осто». Ата-әсәләр, уҡытыусылар булдырған төркөмдәр килгән мәғлүмәттәрҙән ярыла яҙҙы. «Ҡайҙа баҫырға? Ҡайҙан табырға ул дәресте? Бит асылмай, ни эшләргә?» тигән һорауҙар яуҙы ғына. Ата-әсәләр бер-береһенән кәңәш һораны, уҡытыусыларға ла «һөжүм» итте. Ярай әле, уҡытыусыларыбыҙ ситкә типмәне. Бар һорауҙарға ентекле яуап бирҙеләр. Тыныс булайыҡ, беҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип тынысландырҙылар. Ҡыҫҡаһы, ул көн бөтә республика айыу һөжүм иткән умарталыҡты хәтерләтте. Техник яҡтан уңайһыҙлыҡтар килеп тыуыуын аңларға ла булалыр. Сөнки барыһы ла бер юлы дистанцион уҡыуға тотондо бит. Интернет менән тәьмин итеүсе ойошмаларға, кеҫә телефондары операторҙарына ла көс төшмәй ҡалманы. Аптырағас, бөтә системаларҙы һүндереп, ҡайтанан тоҡандырырға бойорҙолар. Унан бигерәк, балаларға ҡарауы ҡыҙғаныс ине. Оло улым аптыраулы ҡарашын төбәһә, берҙә уҡығаны был хәлдәрҙе аңлай алмай бер булды. Илап уҡытыусыһын таптырҙы, мәктәпкә барам, тип ялбарҙы. Был хәлдәр ваҡытлыса ғына, мәктәпкә мотлаҡ барасаҡһығыҙ, ә әлегә мәктәп - беҙҙең фатир, ә бүлмә - класҡа әйләнеп торасаҡ, тип аңлатып ҡарайым. Бала - бала инде, өндәшмәй, башын баҫып бүлмәһенә инеп китте. Телефондар уттай ҡыҙҙы, зарядкалар бөттө. Тәүге көн шулай үтте. Иртәгәһенә хәлдәр бер аҙ көйләнде. Ярай әле, үҙебеҙ ҙә дистанцион эшләгәнгә, яндарында булдым ошондай мәлдәрҙә.
Хәҙер уҡытыусыларҙы уйлап ҡарайыҡ. Ошо сайттар, электрон платформалар артында бөтә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы тора. Күпме уҡырға, өйрәнергә кәрәк. Эш сайттар булдырыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Уларға шулай уҡ конспекттар яҙырға, өҫтәүенә, уҡыусыларҙың белемдәрен дә дистанцион баһаларға кәрәк. Ошо турала ҡаланың уҡытыу-методика үҙәге директоры Марина Вишева һөйләп үтте.
- Коронавирусҡа бәйле эпидемия ваҡытында беҙҙең ҡалалағы мәктәптәр-ҙә, бөтә республикалағы кеүек үк, белем биреү процессы туҡталманы, йәғни дистанцион уҡыуҙабыҙ. Был ваҡиғаға бергәләп әҙерләндек. Беҙҙең педагогтар мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштереү буйынса өс йылға бер курстар үтә. Әле ике аҙна эсендә генә дүрт вебинар уҙғарҙыҡ. Дәрес конспекттарын, тематик пландарҙы ҡайтанан төҙөнөк. Айырма бары шунда, уҡыу 30 минут дауам итә, икенсе дәрестән һуң 20 минут тәнәфес (төшкө аш). 1-4-се класс уҡыусылары көнөнә - 4, 5-9-сы класс уҡыусылары - 6, 10-11-се кластар 7 дәрес уҡый. Белем алыу элекке кеүек туғыҙынсы яртыла түгел, ә унда башлана.
Ошо осорҙа беренсе класс уҡыусылары өсөн “БСТ”,” Рәсәй-Башҡортостан 24”, “Вся Уфа” һәм “ЮТВ” телеканалдары аша көн һайын теледәрестәр күрһәтелә. Был күнекмәләр әҙәби уҡыу, рус теле, математика, тәбиғәтте өйрәнеү, рәсем, технология һәм музыка фәндәре буйынса ойошторола. Ҡалала уҡытыусылар төрлө белем биреү ресурстарынан файҙалана. Онлайн дәрестәр уҙғарған мәктәптәр ҙә бар. Әммә, бөтәһе лә ошо форматта уҡыһа, интернеттың көсө етмәүе ихтимал. Шуға күрә күбеһе офлайн-режимда эшләй. Был, тимәк, бер көн алдан уҡытыусы уҡыусыларға дәрестә файҙаланыласаҡ уҡыу материалдарының һылтанмаларын ебәрә. Уҡыусы класс һәм өй эштәрен эшләп уҡытыусының электрон почтаһына ебәрә йә булмаһа электрон журналға беркетә. Өсөнсө ысул - ҡағыҙ кейс форматы. Ул Интернет селтәре һәм электрон ҡулайламалар булмаған уҡыусылар өсөн ойошторола. Был осраҡта дәрестәр компьютер һәм Интернет файҙаланмайынса уҙғарыла. Өҫтәмә белем биреүселәр дәрестәрен 15.00 сәғәттә башлай. Аңлашыла, бындай масштабтарҙа беҙ тәүгә эшләйбеҙ. Әлбиттә, был уҡытыусылар, балалар һәм ата-әсәләр өсөн дә ҙур һынау. Өлкәндәрҙең ярҙамынан тыш, һөҙөмтәләргә ирешеп булмаясағын яҡшы аңлайбыҙ. Шуға, уларға ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Әле, карантин булыу сәбәпле, ата-әсәләр өйҙә. Артабан уҡыусылар үҙҙәре генә ҡаласаҡ. Эштәрҙе кискә тикшерергә тура килә инде. Тыныс, түҙем булайыҡ, эпидемияның имен-аман үтеренә, балаларҙың ҡабаттан туған мәктәптәренә әйләнеп ҡайтасаҡтарына ҙур ышаныс белдерәбеҙ. Теге йәки был һорауҙар килеп тыуған осраҡта, тәү сиратта, класс етәксеһенә мөржәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ мәғариф идаралығында муниципаль «ҡыҙыу линия» эшләй. Телефоны: 35-37-07, - тине Марина Васильевна.
23-сө мәктәп директоры Андрей Шорин үҙҙәренең белем усағында дистанцион белем биреүҙең нисек ойошторолоуы тураһында һөйләй.
- Иң мөһиме, башланғысҡа нигеҙ һалынды, тәүге дәрестәр уҙҙы. Ул көндәрҙең нисек үтеүен ата-әсәләр, уҡытыусылар төркөмдәре һөйләр ине, моғайын. Эшмәкәрлектең яңы төрө ҙур яуаплылыҡ талап итеүен бөтә коллектив та яҡшы аңланы. 25 мартта Өфө мәғарифты үҫтереү институты беренсе вебинар үткәрҙе, 26 мартта үҙебеҙҙә йыйылдыҡ, эштәрҙе планлаштырҙыҡ, 27 мартта ҡаланың уҡытыу-методика үҙәге вебинар ойошторҙо, шул уҡ көндө мәктәптә кәңәшмә уҙғарҙыҡ, мәғарифты үҫтереү институты ла тағы вебинарға саҡырҙы. 28 марттан 2 апрелгә тиклем бөтә уҡытыусылар ҙа үҙҙәренең сайттарын булдырҙы, 6 апрелгә ҡарата дәрестәр урынлаштырылды, ата-әсәләргә күләмле мәғлүмәт еткерелде. 5 апрелдә электрон журнал буйынса эшләнек. Бына ошондай ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә педагогтар тарафынан ҙур эш башҡарылды. Уйлап ҡараһаң, был мөмкин дә түгел һымаҡ. Әммә билдәләнгән ваҡытта алға ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеп бөтөргә тейеш инек. Иманым камил, тыныс тормошта бындай эштәр айҙар, хатта йылдарға ла һуҙылыр ине. Ауырлыҡтар ҙа булманы түгел, булды. Уҡытыусының һәм уҡыусының да өйҙәрендә техник яҡтан йыһазландырылыу кимәле бер үк түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мохтаж булған балаларҙың барыһын да компьютерҙар менән тәьмин итергә мөмкинселегебеҙ юҡ. Ҡағыҙ кейстарҙа уҡыусы балаларҙың һанын 35-тән 5-кә тиклем кәметә алдыҡ. Әлбиттә, ата-әсәләрҙең ярҙамынан башҡа алға бара алмаҫ инек. Уларға ҙур рәхмәт. Беҙҙең төркөм «Тыныслыҡ, бары тик тыныслыҡ» тигән һүҙҙәрҙе девиз итеп алды, - тип билдәләне Андрей Константинович.
Элина Антонова, 23-сө мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы. 7-се класттың класс етәксеһе:
- Уҡытыусыларҙың төп билдәләнеше - балалар менән эшләү. Шуға күрә, уларһыҙ күңелһеҙ, кластар ҙа бойоғоп ҡалғандай, буш. Әммә әлеге көндә дистанцион уҡыуҙың кире яҡтары тураһында түгел, ә ыңғай яҡтары тураһында уйларға, һөйләргә кәрәк. Тәү планда бит балаларҙың сәләмәтлеге тора. Ошондай эпидемия ҡоторған ваҡытта һаулыҡты хәүеф аҫтына ҡуйырға ярамай. Дәресте уҡыусыларға тулыһынса инглиз телендә түгел, ә русса ла бирергә тырышам. Айырыуса, кесерәктәргә. Ата-әсәләр, уҡыусылар менән артыҡ мәшәҡәттәр тыуманы, техник яҡтан ғына бер аҙ проблемалар булды, - ти педагог.
Ата-әсәләрҙең күптәре техник етешһеҙлектәргә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Был мәсьәләгә ҡарата «Уфанет» йәмғиәтенең Башҡортос-тандың көньяғы буйынса техник дирек-торы Александр Закелов белдерҙе.
- Бында сәбәптәрҙең төрлө булыуы ихтимал, күп нәмә хатта компьютерҙың техник торошона ла бәйле. Беҙҙең компания артыҡ көсөргәнеш һиҙмәй. Ошондай нагрузкаларҙы күҙәтеүсе махсус мониторинг системаһы эшләй. Шуға көсөргәнеш була ҡалһа, уны ваҡытында модернизациялайбыҙ. Хеҙмәтләндереү ҙә ҡәҙимгесә, техник үҙәк эшен дауам итә. Ҡулланыусылар тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында шылтыратып, һорауҙарҙың 70 процентын телефон аша хәл итә ала. Үҙебеҙҙең яҡтан барыһын да эшләйбеҙ, хатта клиенттарыбыҙҙың барыһына ла өҫтәмә пакеттар бирҙек.
Көсөргәнеш булмай ни, булыр ҙа шул, хәҙер һәр кем шул интернеттан файҙалана бит. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да иртәнге сәғәт ундан төшкө икегә тиклем халыҡтан, айырыуса, өлкәндәрҙән интернет аша кино ҡарамауҙарын, ҙур файлдар күсереп алмауҙарын, видеошылтыратыуҙар яһамауҙарын һораны.
Гөлфиә Дәүләтҡолова, 25-се башҡорт гимназияһы директоры:
- Дистанцион режимда уҡыу балалар, ата-әсәләр һәм хатта уҡытыусылар өсөн дә яңы күренеш. Көтөлмәгәнерәк хәл килеп сыҡты шул. Уҡытыусылар йәһәт кенә эшкә тотондо. Әлбиттә, сайттар эшләү, уларҙы тултырыу, уҡыусылар үҙ аллы башҡара алырлыҡ өй эштәре, видеодәрестәр, презентациялар ҡуйыу белем биреүселәр өсөн еңелдән бул-маны. Был яңы эш алымына күсеү буйынса ҡаланың уҡытыу-методика үҙәге курстар ойоштороп, белемдәрҙе камиллаш-тырҙы. Дистанцион уҡыуға уҡыусыларҙың 100 процентын йәлеп иттек. Бөтә көс, ҙур көсөргәнеш гимназиябыҙҙың информатика уҡытыусыһы Хәниф Ниғмәтуллинға төштө. Һәр беребеҙгә ентекле консультациялар бирҙе, өйрәтте. Форсаттан файҙаланып, уға барыбыҙ исеменән дә оло рәхмәт еткерәм. Һөҙөмтәлә, бөтә уҡытыусыларҙың, хатта өҫтәмә белем биреү педагогтарының да сайттары ваҡытында булдырылды. Уҡытыусылар һәм балалар «Гугл» сайт-платформаһында эшләй. Өҫтәлмә электрон ресурстар ҙа ҡулланыла. Тәүҙәрәк техник яҡтан етешһеҙлектәр булһа, әле улары ла яйлап бөтөрөлә. Гимназияла дәрестәр күберәк офлайн режимда алып барыла, әммә алдағы көндәрҙә дәрестәрҙе күберәк онлайн үткәреүгә күсеү күҙ уңында тотола. Бөгөнгө көндә заманса технологияларҙың үҙенә уңайлы булғанын, тура килгәнен, эшләй алырлығын һайлап алыу мөмкинлектәре етерлек. Zoom аша уҡытыусылар менән онлайн кәңәшмәләр үткәреп, эшебеҙгә төҙәтмәләр индерәбеҙ, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Уҡытыусы һәр яңылыҡты эләктерә һалып, уны үҙ эшендә ҡуллана, онлайн, офлайн дәрестәр йөкмәткеле, темаға ярашлы уҙғарыла. Ата-әсәләр яғынан да тәҡдимдәр иғтибарға алына, шылтыратыусылар бар, булырға тейеш тә. Шуны әйтер инем: заман һынау ҡуйған, уны лайыҡлы үтеп сығыр кәрәк. Бының өсөн ресурстар, шарттар ҙа, уҡытыусыларҙа тәжрибә лә бар. Ата-әсәләр менән һөйләшеп, кәңәшләшеп бергә эшләһәк, барыһы ла һәйбәт булыр. Уларға бары түҙемлек теләйем.
Бына шулай, күмәкләп яңы белем алыу төрөн үҙләштерәбеҙ. 23-сө мәктәп директоры әйтмешләй, тыныслыҡ, бары тыныслыҡ инде...һәм, әлбиттә түҙемлек.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: