Яңғыҙлыҡтан йәнең һыҙланғанда,
Иңдәреңә кем һуң наҙын ябыр?
Хистәреңде әрәм итмәй көтһәң,
Һөйөү һине үҙе эҙләп табыр.
Тигеҙ генә бармаҫ ғүмер юлы,
Кем ғәйепләр, кемдер яла яғыр,
Ҡаршы тора алһаң дауылдарға,
Бәхет һине үҙе эҙләп табыр.
Һөйөү-шатлыҡтарҙан тормай тормош,
Бәхетле лә булып булмай гелән,
Өмөт шәмдәреңде һүндермәһәң,
Ғүмер әрәм үтмәҫ – шуны беләм!