газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 10:43

Түшелдерек, ҡашмау, муйынсаҡ

Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы үҙенең төп эше менән генә сикләнеп ҡалмай, ә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, көнкүрешен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалау, үҫтереү һәм һаҡлау өлкәһендә лә ҙур эш башҡара.

Әйтәйек, өс йылдан ашыу уңышлы эшләп килгән «Селтәр» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубына йөрөүсе уңған апайҙар башҡорт милли кейемдәре, түшелдерек, ҡаш-мауҙар тегеп кенә ҡалмай, шәлдәрен дә бәйләй, ҡор-малар ҙа ҡора. Күптән түгел китапханала ошондайыраҡ маҡсатта «Чароит» тип аталған тағы бер клуб булдырылды, уның исем туйы ла уҙҙы.
- «Чароит» клубында, башлыса, сәйлән менән булышалар, унан биҙәүестәр, муйынсаҡтар, картиналар эшләйҙәр. Эшләгән әйбер-ҙәре ташҡа оҡшаш һымағыраҡ булғанға, клубҡа таш атамаһы бирелгән. Бынан тыш, башҡа әйберҙәр ҙә ижад итәләр. Бөгөн, күреүегеҙсә, күрһәҙмәләре лә ойошто-ролған. Һөҙөмтәләре асыҡ күренә, ана, ниндәй генә нәмәләр юҡ унда. Клуб ағзалары бергә йыйылып ваҡыттарын матур үткәрә белә, бында килергә атлығып торалар, китапхананы ара-лашыу урыны тип иҫәпләйҙәр, - ти китапхана мөдире Гөлнара Хәйбуллина.
«Чароит» клубы яңы ғына барлыҡҡа килһә лә, үҙен таланттарға бай икәнлеген иҫбатлап та өлгөргән. Эштәренә һоҡланып туй-маҫлыҡ!
- Ҙур теләгем - ҡаланың барлыҡ ижад кешеләрен бергә туплау. Тәжрибә уртаҡлашып, матурлыҡты күмәкләп тыуҙырһаҡ ине. Был клубты ойошторғанда ла, тәү сиратта, ижад үҙәге булдырыу уйы килде, - ти «Чароит» клубы етәксеһе Валентина Михайлова.
Сара матур уҙҙы. Йыйы-лыусылар күҙҙең яуын алыр-лыҡ әйберҙәрҙән торған күр-гәҙмәне һоҡланып ҡараны, уларҙың нисек эшләнгә-нен ҡыҙыҡһынып һорашты. «Селтәр» клубы ла үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итте. Клуб ағзалары Алмира Носратул-лина ҡорамаларын, Ғәшүрә Рафиҡова, Мәйсәрә Хәйрова һәм Рәмзиә Яҡупова үҙҙәре бәйләгән шәлдәрен, Рәмилә Ҡунаҡбаева картиналарын, Гөлсинә Ниғмәтуллина ҡорап эшләгән жилеттарын ҡунаҡ-тарға ихлас тәҡдим итте. Ә китапхананың «Көмөш тәңкә» әҙәби-фольклор коллек-тивының «Тәңкәләр» бейеү-дефилеһы, башҡа үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының сығыш-тары кисәгә йәм өҫтәне.
Читайте нас: