Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге яңы - 40-сы маршрутты асырғай ниәтләй.Ул Зәки Вәлиди урамын-дағы “Магнит” гипермарке-тынан ҡуҙғалып, ҡала баҙарына тиклем бара. Ҡала буйынса хәрәкәт интервалы 10 минут тәшкил итәсәк. Кеше саманан тыш күберәк йөрөһә, уны тағы ла ҡыҫҡартыу планлаштырыла. Юл хаҡы транспорт картаһы һәм ҡулаҡса менән - 20 һум.40-сы маршрут иртәнге сәғәт 7-нән 9-ға, көндөҙгө 1-ҙән 3-кә, киске 5-тән 7-гә тиклемге арауыҡта йөрө-йәсәк.