Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов хәбәр итеүенсә, әле Рәсәйҙә был инфекция йоғоуҙың ике осрағы теркәлгән: Байкал аръяғында һәм Төмән өлкәһендә. Әле республикала эпидемиологик хәлде күҙәтеп торалар, санитар-карантин күҙәтеүҙе көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрелгән.
"Өфө аэропортында Ҡытайҙан килгән кешеләрҙе стационар һәм күсмә тепловизион ҡорамалдар файҙаланып, лаборатор тикшереү үткәреп, ике тапҡыр көсәйтелгән тикшереүҙән үткәрәләр, - тип белдерҙе Александр Жеребцов. - Коронавирусҡа бөтә тикшереүҙәр ҙә кире һөҙөмтә бирҙе".
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.