- Кисә гаишниктар, ҡайышың эләктерелгәнме, тип өс тапҡыр туҡтатты. Өйгә ҡайтып, унитазға ултырғас та бәҙрәф ҡағыҙын билгә урай башлағанмын.
- Был күлдә балыҡ тоторға ярамай.
- Ә мин баянан бирле, нишләп бер ҙә сиртмәй, тип баш ватып ултырам.
Бер ир гәзит уҡып ултыра:
- Ҡара әле, бисәкәй, бында «ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк һөйләй», тип яҙғандар.
- Шулайҙыр инде, һеҙ томаналарға һәр һүҙҙе ике тапҡыр ҡабатлап әйтергә тура килгәс...
- Аңламай ҡалдым, нимә тип әйттең, ҡәҙерлем?
- Альбинаны телефонға саҡырығыҙ әле, зинһар.
- Ҡайһыһын саҡырайым? Беҙҙә алты Альбина эшләй.
- Улайһа, Миләүшәне саҡырығыҙ.
Бер ағай, ял йортона килгәс:
- Бында нисек ашаталар? - тип ял итеүсенән ҡыҙыҡһына икән.
- Бер телем икәмәк бирһәң, әйтәм, - тип яуап биргән тегеһе.