Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь 2019, 12:10

Тамашасылар күңеленә асҡыс таба белеп эшләйҙәр

Кешелек донъяһында телевидениеның тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Күпме мәғлүмәт алабыҙ беҙ унан. Үҙ телевидениелары булған ҡала-райондар икеләтә бәхетле. Уларҙың көн дә урындағы яңылыҡтар менән танышып тороу мөмкинлеге бар. Салауатта 20 йыл үҙенең муниципаль «Салауат» телекомпанияһы уңышлы эшләп килә.

Ошо көндәрҙә телекомпания юбилейы уңайынан тамашасылары, дуҫтары өсөн матур байрам кисәһе уҙғарҙы. Экран аша ғына күреп өйрән-гән хеҙмәт коллективы менән улар «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге сәхнәһендә осрашып, таныша, үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерә алды.
“Салауат” - бөгөн көн һайын халыҡты ҡала яңылыҡтары, тормошо менән таныштырып тороусы телекомпания. Урын-дағы телевидениела эшләүсе журналистар иғтибарынан бер тема ла ситтән ҡалмай. Ҡала етәкселеге эшмәкәрлеге, мәғариф, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе - барыһы ла яҡтыртылып килә. Бынан тыш, уның ижади коллективы төрлө проекттарҙы алып бара: “Объектив”, “Самое время”, “Проблеманы сисәбеҙ” һ.б. Әйткәндәй, аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт телендә “Йәнтөйәк” тапшырыуының сығыуын да бер ҙур ҡаҙаныш тип билдәләп үтергә кәрәк.
Яңылыҡҡа, заманса эш алымдарына ынтылған коллек-тив һәр ваҡыт үҫеш юлында. “Салауат” телекомпанияһы хеҙмәте төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә лайыҡлы баһаланып килә, уның хеҙмәт-кәрҙәре ирешкән уңыштар ҙа етерлек.
Ә бынан теүәл егерме йыл элек телекомпанияны булдырыу эше еңелдәрҙән булмай. Бина табыу, тейешле аппаратура менән тәьмин итеү, белемле хеҙмәткәрҙәрҙе туплау кеүек эштәр телеком-панияның тәүге етәксеһе Раиса Зыкина иңенә төшә. Шулай ҙа ҡала етәкселеге ярҙамы менән ҡуйылған маҡсатҡа ирешелә һәм ҡалала үҙ телевидениеһы һөйләй башлай. Бөгөн инде был коллективта ҙур кимәлдәге ижади мөхит булдырылған, һәр хеҙмәткәр үҙ эшенә яуаплы ҡарау ғына түгел, ижади, оҫта журналистар, операторҙар, монтажерҙар булырға ынтылыуы менән көн һайын эфирға яҡшы, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар сығара. Кол-лективты әлеге ваҡытта телекомпанияның яңы дирек-торы Рауил Хәкимов етәкләй.
Ҡотлау телмәре менән сығыш яһаусылар “Салауат” телекомпанияһының ҡала тормошонда тотҡан әһәмиәтле ролен билдәләп үтте. Улар барыһы ла хеҙмәткәрҙәрҙең тынғыһыҙ эштәрендә ныҡлыҡ, телекомпанияның артабан да үҫеш юлында булыуын һәм һәр саҡ салауаттарҙы яҡшы хәбәрҙәр менән шатландырып тороуын теләне. Шулай уҡ телекомпанияны ҡаланың ижади коллективтары ла ихлас тәбрикләне.
Читайте нас: