газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь 2019, 12:05

Салауат «Башҡортостандың тарихи биттәре»ндә

3 декабрҙә баш ҡалабыҙ Өфөнөң Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Салауат ҡалаһы менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Ул «Башҡортостандың тарихи биттәре» фестиваль - марафоны сиктәрендә үтә. Иҫегеҙгә төшөрөп уҙабыҙ, проект Башҡортостандың 100 йыллығына арналған һәм республика Башлығы, БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы, БР Халыҡтары дуҫлығы йорто ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Баш ҡалалағы Салауат байрамында республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова ҡатнашты.
Мәҙәниәт усағының фойеһын-да муниципаль берәмектең төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары менән таныштырыусы ҙур күргәҙмә ойош-торолғайны. Байрам кисәһе башланыр алдынан тамашасыларҙы Салауат музыка мәктәбе уҡытыусыларының халыҡ инструменттары оркестры ҡаршы алды.
Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Салауат ҡалаһының иң яҡшы коллективтары һәм солистары сығыш яһаны. Тамашаны «Пигмалион» халыҡ театры, Салауат башҡорт дәүләт драма театры «Ҡала төҙөлөшө» хореографик композиция менән асты. РФ-тың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы «Ағиҙел» бейеү ансамбле артистары республика суверенитеты тураһында килешеү төҙөү инсценировкаһын күрһәтте. Тамашасылар иғтибарына ҡала үҫеше тарихы тураһында презен-тация видеоролигы тәҡдим ителде.
Бай эстәлекле концерт программаһында «Живая вода» фольклор коллективы, «Надежда» халыҡ вокал ансамбле, «Һандуғас» татар халыҡ коллективы, «Родники Агидели» сыуаш халыҡ коллективы, «Белая река» өлгөлө хореографик коллективы, Салауат музыка колледжының һәм музыка мәктәбенең йыйылма халыҡ инструменттары оркестры, «Весна» халыҡ бейеү ансамбле, балалар музыка мәктәбенең хор коллективы, «Былбылдар» башҡорт халыҡ коллективы, «Энерджи-тим» хореография коллективы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова, солистар Виктория Лукинская, Руфина Фәхретдинова, Лилиә Әмирова, Марина Матвеева, Рәшит Әнүәров ҡатнашты.
Кисә һуңында «Башҡортостандың тарихи биттәре» фестиваль - марафоны штандарты Стәрлетамаҡ районына тапшырылды.
- Беҙ үҙебеҙҙең ҡаланы, уның халҡын яратабыҙ. Ҡаланың мәҙәни ҡаҙаныштарын белергә һәм уны ҡәҙерләргә тейешбеҙ, сөнки был беҙҙе Тыуған илебеҙҙең тамырҙары менән бәйләй, - тине ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдова.
Читайте нас: