Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июнь 2018, 12:54

Һин «Салауат»ҡа яҙылдыңмы?

Хөрмәтле салауаттар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, гәзиткә яҙылыу өсөн бер нисә көн генә ҡалды. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡалабыҙҙың берҙән-бер башҡорт милли матбуғатына яҙылып, уны яратып уҡыусыларыбыҙҙы бүләктәр менән һөйөндөрөүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Сираттағы “Аҙна һайын бүләк от” сараһы 20 июндә үтте һәм Салауат мәғлүмәт үҙәге әҙерләгән бүләктәр үҙ хужаларын тапты. «Был аҙнала сынаяҡтар йыйыл-маларын С.Г.Дилмөхәмәтова һәм Р.Ф.Аҡҡолова отһа, термокружка М.З.Хәйероваға эләкте. Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН тотоп, редакцияға килергә кәрәк.

Киләһе аҙнала ла һеҙ гәзиткә яҙылған квитанциялар буйынса лотерея уйнатыласаҡ. Кемдәр әлегә яҙылмаған, подписканы рәсмиләштереп, бүләк оторға ашығығыҙ, дуҫтар! Ә уларҙы отмаған хәлдә лә отолмаясаҡһығыҙ - һеҙҙең ҡулда бит яратҡан баҫмағыҙ булыр.
Читайте нас: